Етәксе ял бирмәне26.07.2013
— Мин – донор. Сираттағы тапҡыр ҡан биргәндән һуң эшемдәге етәксем: “Ял өсөн компенсация түләнде”, — тип бер көн ял биреүҙән баш тартты. Ул хаҡлымы? Донорлыҡ өсөн ниндәй түләү ҡарала?
Мәрзиә А.
Өфө ҡалаһы.
— Был осраҡта эш биреүсе хаҡлы түгел. Хеҙмәт кодексына ярашлы, ҡан һәм уның компоненттарын тапшырған көндә кешегә ял бирелергә тейеш. Өҫтәмә ял көнө шулай уҡ хеҙмәткәрҙең теләге буйынса йыллыҡ отпускыға ҡушыла йәки башҡа ваҡытта файҙаланыла ала. Ял көнөндә эш хаҡы һаҡланып ҡала. Донорҙың был хоҡуғы, ҡанды аҡсаға йәки бушлай тапшырыуына ҡарамаҫтан, закон менән гарантиялана. Ҡайһы берҙә ҡан тапшырғандан һуң бушлай бирелгән аҙыҡ-түлекте аҡсалата компенсация менән алмаштырыу рөхсәт ителә. Бындай осраҡтарҙа компенсация, һирәк осраған ҡан составын иҫәпкә алып, Рәсәй төбәгендә билдәләнгән йәшәү минимумы дәүмәленең 8 – 45 проценты күләмендә түләнә.
“Ҡан һәм уның компоненттары донорлығы тураһында”ғы Федераль закондың 23-сө статьяһына ярашлы 40 тапҡырҙан ашыу ҡан һәм 60 тапҡырҙан ашыу ҡан плазмаһы биргән кешеләр “Рәсәйҙең почетлы доноры” билдәһе менән бүләкләнә. Ошо билдәне тапшырыу мөмкинлеген билдәләгәндә ҡанды аҡсаға биреү осраҡтары иҫәпкә алынмай.
Быйыл 1 ғинуарҙан почетлы донорҙарға йыллыҡ аҡсалата түләү күләме 11 138 һум тәшкил итә.