Ҡатындың ризалығы мөһим26.07.2013
— Беҙҙең ике балабыҙ бар: малайға — 4 йәш, ҡыҙыбыҙға — 4 ай. Айырылышырға теләйем, әммә суд рөхсәт итмәй. Сәбәбе: бәләкәй балаға бер йәш тулмаған. Был дөрөҫмө?
Илдар.
Бәләбәй районы.
— Әгәр ҡатын айырылышыуға риза булмаһа, ул йөклө йәки балаға бер йәш тулмаған икән, суд һеҙҙең дәғүәгеҙҙе ҡәнәғәтләндермәйәсәк.