Рөхсәт кәрәкмәй26.07.2013
— Мин — фатир хужаһы. Бүләк итеү юлы менән уны бәләкәй ҡыҙыма бирергә теләйем. Әммә фатирҙа минән һәм ҡыҙымдан башҡа тағы дүрт кеше теркәлгән: өлкән улым, уның ҡатыны һәм уларҙың ике балаһы. Улымдың ғаиләһе беҙҙең менән йәшәмәй. Һорауым шундай: фатирҙы ҡыҙыма бүләк итер өсөн теркәлгән кешеләрҙең рөхсәтен алыу кәрәкме?
Рифҡәт.
Өфө ҡалаһы.
— Фатирҙы һатҡан, бүләк иткән, мираҫ итеп ҡалдырған осраҡта башҡаларҙың рөхсәте талап ителмәй. Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 209-сы статьяһына ярашлы, фатирҙың хужаһы уны үҙе теләгән маҡсатта файҙалана ала.