Хеҙмәт стажым ике йыл ғына...26.07.2013
— Беренсе группаға ҡараған инвалид бала тәрбиәләйем. Ул тыуғандан һуң эшкә сыҡманым, сөнки сабыйым даими хәстәрлеккә мохтаж ине. Хеҙмәт стажым — ни бары ике йыл. 50 йәшем тулғас, миңә ниндәй ҙә булһа пенсия тәғәйенләнерме?
Сәлимә.
Ҡыйғы районы.
— Һеҙгә пенсия мотлаҡ тәғәйенләнәсәк. “Рәсәй Федерацияһында хеҙмәт пенсиялары тураһында”ғы Законға ярашлы, ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһы кәмендә биш йыл страховка стажы булған осраҡта тәғәйенләнә. Ошо уҡ Законда билдәләнеүенсә, инвалид баланы йәки I группа инвалидты ҡараған осор, башҡа эшмәкәрлек ваҡыты кеүек үк, страховка стажына индерелә. Тик бер шарт бар — был осорға тиклем йәки унан һуң ниндәй ҙә булһа эш стажы булырға тейеш. Һеҙҙең бындай стажығыҙ бар, тимәк, 50 йәш тулғас та һеҙгә пенсия түләнәсәк. Уның күләме йәшәү минимумынан кәм булмаҫҡа тейеш.
Бынан тыш, Рәсәй Президенты Указына ярашлы, быйыл 1 ғинуарҙан бер ерҙә лә эшләмәйенсә, инвалид бала тәрбиәләгән кешегә ай һайын 5 500 һум күләмендә түләү билдәләнде. Был аҡса инвалид балаға тәғәйенләнгән пенсияға өҫтәп түләнә.