Хәүефһеҙлек тураһында онотмағыҙ24.12.2011
Башҡортостан Республикаһының янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү буйынса баш дәүләт инспекторы Марат Латипов оҙайлы ҡышҡы каникул алдынан гәзит-журнал хәбәрселәре менән осрашты. “Яңы йыл байрамдары ваҡытында халыҡ хәүефһеҙлек тураһында онота кеүек. Шуға матбуғат саралары аша янғын сығыу ихтималлығы хаҡында тағы бер тапҡыр иҫкәртке килә”, – ти Марат Рәйес улы.
Йыл башынан республикала 4 315 янғын теркәлгән. Утта 320 кеше һәләк булған, шуларҙың ун етеһе – бәлиғ булмаған балалар. 325 кеше төрлө тән йәрәхәте алған.
Яңы йыл байрамы мәлендәге хәүефһеҙлеккә ҙур иғтибар бүлеү зарур. Магазиндарҙа пиротехника һата башланылар ҙа инде. Уны ҡулланыу ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк. Былтыр оҙайлы ял ваҡытында республика буйынса көнөнә 20 – 30-лап янғын сыҡҡан. Әлбиттә, уларҙың күбеһе иҫерек кешеләр арҡаһында тоҡанған. Ҡышҡы каникул ваҡытында өйҙәре янып китеү сәбәпле тотош ғаиләнең һәләк булыу осраҡтары, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыл да ҡабатлана. Мәҫәлән, былтыр Өфө районының Сергеевка ауылында сыҡҡан янғында өс кешенең ғүмере өҙөлгән.
Б. ҠОЛСУРИНА.


Вернуться назад