Йәнә 16 осраҡ...24.07.2013
Башҡортостанда талпан энцефалиты менән сирләүҙең 16 осрағы теркәлгән.
Роспотребнадзорҙың Башҡортостандағы идаралығы мәғлүмәтенә ярашлы, талпан ҡаҙалыу сәбәпле республикалағы медицина учреждениеларына 9 800-ҙән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Шуларҙың 3 мең самаһы — (29,2 проценты) балалар. Дауаханаға килгәндәрҙең 24,7 процентына иммуноглобулин профилактикаһы үткәрелгән. Табиптар билдәләүенсә, быйыл талпандың әүҙемлеге былтырғыға ҡарағанда кәмегән. Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияһында 1 апрелдән алып 4 379 талпан тикшерелгән, уларҙың 263-өндә энцефалит вирусы асыҡланған. Былтыр ошо уҡ осорҙа ҡаралған 6 929 бөжәктең 519-ы сирле тип табылған.
Талпан ҡаҙалған икән, кисекмәҫтән йәшәгән урын буйынса поликлиникаға, имгәнеү пунктына мөрәжәғәт итергә, табиптың күрһәтмәһен мотлаҡ үтәргә кәрәк. Йорт хайуандарын ветеринар тикшерергә тейеш. Урманға барғанда ла һаҡланыу сараһын күрергә онотмағыҙ.