Мөхитдиновтың туғандарын эҙләйҙәр24.07.2013
Карелия эҙәрмәндәре Башҡортостанда тыуып үҫкән Бөйөк Ватан һуғышы яугиренең туғандарын эҙләй.

“Хәтер” отряды командиры Алексей Фокин менән “Карел фронты” отряды командиры урынбаҫары Петр Васильевич Пряжинск районында РККА яугирҙәре һәм командирҙарының ерләнмәй ҡалған һөлдәләрен эҙләү менән шөғөлләнә. Яу барған урында ике ҡыҙылармеецтың һөйәктәре табыла. Уларҙың береһендә яҙма менән медальон, шулай уҡ комсомол йәки партия билеты, сәғәт, компас, петлицалар табыла.
Әле һалдаттарҙың береһе — Мөхитдинов Мәхмүт Мөхитдин улы тигән мәғлүмәт бар. Ул 1911 йылда Белорет районындағы Асы ауыл Советының Береш ауылында тыуған. Табылған яҙмала Илһам Ишдәүләтов исемле туғаны телгә алына. Быйыл 21 сентябрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙә Петрозаводск—Суоярви автомобиль юлының 39-сы километрында һалдаттың һөлдәһе ерләнә. Туғандарының Башҡортостандағы эҙәрмәндәр отряды фондынан Рәфҡәт Зөлҡәрнәевкә мөрәжәғәт итеүе һорала. Телефоны: 8 917 73 85 750.


Вернуться назад