Мини-метро тауыш йыя24.07.2013
Өфө етәкселеге Франция фирмаһы вәкилдәре менән аҫылмалы канат юлы, шулай уҡ мини-метро төҙөү мөмкинлеген тикшерҙе, тип хәбәр иттеләр баш ҡала хакимиәтендә.
Баш ҡалалағы төп транспорт ағымына яҡшы өҫтәмә булырлыҡ өс проект ҡарала. Улар иҫәбенә тимер юл вокзалынан Революцион урамға тиклем килгән һәм артабан көньяҡҡа йүнәлгән канат юлы, шулай уҡ канат ярҙамында машинисһыҙ эшләгән бәләкәй ике метро линияһы инә. Метроның тәүге тармағы “Ағиҙел” тимер юл станцияһынан башланып, йылға аша сығып, Затон яғына китәсәк тип күҙаллана. Икенсеһе Инорс биҫтәһенән Сипайлово аша ҡала үҙәгендәге “Спорт” туҡталышына сығасаҡ. Франция фирмаһы вәкилдәре әйтеүенсә, бындай проекттар үҙҙәренең юғары һөҙөмтәлелеген күрһәтә. Канат юлы Түбәнге Новгородта бар. Ул ҡала үҙәген сәнәғәт биҫтәһе менән тоташтыра. Бәләкәй метро Мысырҙың баш ҡалаһы Ҡаһирә аэропортында эшләй.
Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, осрашыу йомғаҡтары буйынса төшөрөлгән ентекле видеоотчет хакимиәттең рәсми сайтында урынлаштырылған. Ҡала халҡы, уны ҡарап, транспорт инфраструктураһын үҫтереү мөмкинлеге йәһәтенән тәҡдимдәрен индерә ала.