"Барыһына эш “ғәйепле",— ти Иҫке Монасип ауылынан өс орден кавалеры Зөлфәр ағай Юлдашев24.07.2013
— Һаумыһығыҙ, нисек йәшәйһегеҙ? — тип барып индем Иҫке Монасиптағы Зөлфәр ағай Юлдашевтарға. Ағай төпкө бүлмәнән:
— Әйҙә-әйҙә үт, Аллаға шөкөр, арыу ғына, — тип ихлас саҡырып ҡаршы алды. Ғәҙәтенсә, алсаҡ, күтәренке кәйефтә. Электән яҡшы таныштар беҙ Зөлфәр ағай менән, тик һуңғы йылдарҙа ғына күрешә алмай оҙаҡлап кителгән. Ҡалайтаһың, йылдар үҙенекен итә, байтаҡ олоғайғанбыҙ.
— Бына, яҡын дуҫтарым эргәмдә, — ти, ҡулындағы район гәзите менән телевизорға ымлап, ана тора айыуҙарым мине һаҡлап, түрбашта — әбейем, балаларым хәл белеп сыға, пенсиям етә, беҙгә, ҡарттарға, шунан башҡа тағы ни кәрәк?..
Зөлфәр ағай заманында районда ғына түгел, республикала дан ҡаҙанған шәхес. Түшендәге Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар дуҫлығы, "Почет Билдәһе" ордендары үҙҙәре үк күп нәмә хаҡында һөйләй. 1961 йылда БАССР Юғары Советы депутаты итеп һайланған. "Башҡортостандың почетлы көтөүсеһе" таныҡлығына эйә булған. Баяғы ордендары янына тыл ветераны, хеҙмәт ветераны миҙалдарын, социалистик ярышта еңеүсе һәм ударник знактарын да өҫтәһәк, ағайыбыҙҙың, ысынлап та, ябай ғына кеше булмауын аңғарабыҙ.
— Барыһына эш “ғәйепле”, — ти ағай, көлөмһөрәп. — Колхозда мәшәҡәт күп булды бит. Ә мин ҡул ҡаушырып тора белмәнем, ил ҡушҡас, бар тырышлығымды һалып эшләнем дә йөрөнөм. Малай саҡтан пенсияғаса барлыҡ ғүмеремде колхозда үткәрҙем. 33 йыл мал ҡараным: һыйыр көттөм, быҙау тәрбиәләнем, башмаҡ һимерттем, ферма мөдире булып та тир түктем.
“Ҡыҙыл таң” колхозы районда алдынғылыҡта йөрөһә, уның Иҫке Монасип фермаһы колхоздың даны булды. Уларҙың шундай юғарылыҡта булыуҙарында Зөлфәр Юлдашев кеүектәрҙең ҙур хеҙмәт көсө һалынған.
Ҡатыны Ғәйнисафа менән татыулыҡта-муллыҡта 57 йыл бергә-бергә ғүмер итәләр, ун бала тәрбиәләгәндәр. "Әбейемде түрбашта тинем бит, ә урыны ил түрендә булырлыҡ, бөгөн кем шунса бала табып тәрбиәләй, ә минең ҡатыным — "Герой-әсә", — ти ғорурлыҡ менән Зөлфәр ағай.
Уларҙы фотоға төшөрөү ниәтемде әйткәс, апай тиҙ генә ситкә шылды: "Ана, Зөлфәрҙе төшөр, минең ниндәй ҡаҙанышым бар?" Миңә был таныш күренеш: ауылдарҙағы герой ир-уҙамандарҙың ҡатындарының тыйнаҡлығына, баҫалҡылығына иҫең-аҡылың китерлек!..
Колхозда эш ҡайнап торған саҡтарҙы иҫкә төшөрөп ултырҙыҡ. Ағайға “Колхоздарҙың юҡҡа сығыуына нисек ҡарайһың?” тигән һорауҙы биреүҙән тыйыла алманым.
— Донъяны болғап бөттөләр, кеше эшһеҙ ҡалды. Элек игендәр шаулап үҫкән яландар етемһерәп буш ята. Үҙебеҙҙә етештереп булғанды сит илдән һатып алып ашау һөнәрме икән?! Тик шуныһы йәнде тынысландыра: кешегә ирек бирҙеләр, үҙ эшеңде асырға, матур йәшәргә мөмкин бөгөн, — тине бәхетте намыҫлы һәм тырыш хеҙмәттә күреп өйрәнгән, 83 йәшен ҡыуған аҡһаҡал.