Һуғыш еле кемдәрҙең генә елеген һурманы ла кемдәрҙең генә йөрәген өҙгөләмәне...
Ҡәнзиә Ғәзизова ла — һуғыш осоро балаһы. Атаһы Миңләхмәт ағай илебеҙ күгендә ҡара болоттар ҡуйырғас та, ҡулына ҡорал алып, Ватанды һаҡларға киткән. Был саҡта Ҡәнзиәгә ни бары бер йәш самаһы ғына булған. Ә әсәһе Шәмсениса һигеҙ бала менән тороп ҡалған. Һуғыш башланып бер аҙ ваҡыт үткәс, Миңләхмәт ағай яу яланында башын һалған.
Шомло хәбәр Шәмсенисаның йөрәгенә хәнйәр булып ҡаҙалған. Әммә ул бөгөлөп-һығылып төшмәгән, ҡара ҡайғы алдында башын эймәгән. Яҙмыштың яғаһына теше-тырнағы менән йәбешеп, күмәк баланы тәрбиәләргә тырышҡан.
– Серек бәрәңге ҡоймағын һикегә йыйылып ашаған саҡтар әле лә хәтерҙән сыҡмай, – тип иҫләй Ҡәнзиә апай. – Ярлы ғына йәшәнек. Үҙебеҙҙеке булмағас, йыуынырға кеше мунсаһына йөрөнөк. Тәртипле булдыҡ, бер-беребеҙгә ярҙамлашып үҫтек. Хеҙмәт тәрбиәһе лә алдыҡ. 12 йәштән баҫыуҙа бил бөктөк, көлтә бәйләнек, киндерҙе һыуҙа йыуып киптерҙек, сөгөлдөр ҙә утаныҡ.
Алабута, балтырған, күркә сәскәһе ашап үҫкән Ҡәнзиә апайға уҡыу бик эләкмәгән, уға алты класс менән сикләнергә тура килгән. Төплө һөнәре булмағас, Ҡәнзиә Ғәзизова ашханала ашнаҡсы, балалар баҡсаһында кер йыуыусы, тәрбиәсе булып эшләгән. Әйткәндәй, егерме биш йыл ғүмерен балалар тәрбиәләүгә арнаған. Ҡул көсө менән күпме кер йыуырға, уларҙы үтекләргә тура килгәнен үҙе генә белә. Ул саҡта эҫе һыуы ла крандан ағып тормаған бит әле. Уны газ плитәһендә йылытҡандар.
— Элек сабыйҙарҙы балалар баҡсаһына өс ай тулғас та йөрөттөләр, – тип һөйләй Ҡәнзиә Миңләхмәт ҡыҙы. – Атай-әсәйҙәре килеүенә уларҙы йыуындырып-кейендереп ҡуя инек.
Өйгә ҡайтҡас та, ҡатын-ҡыҙҙың эше бөтмәй. Аш-һыу әҙерләү, кер йыуыу, фатирҙы йыйыштырыу — бөтәһе лә уларҙың өҫтөндә.
Ҡәнзиә апайҙың ире Ғамир ағай шаҡтай йылдар төҙөлөштә механизатор булып эшләгән, һуңғы хеҙмәт йылдарын Себерҙә үткәргән. 55 йәштә хаҡлы ялға сыҡҡан. Шуныһы аяныс, пенсияһының шатлығын күрә алмаған: ике айҙан һуң фалиж уны аяғынан йыҡҡан. Был мәкерле сирҙән Ғамир ағай ун йыл яфа сиккән. Өҫтәүенә, һул аяғын киҫәләр. Ни хәл итәһең, Ҡәнзиә апай барлы-юҡлы аҡсаһына инвалид коляскаһы һатып алған. Сабыр холоҡло ҡатын быларҙы яҙмыштың сираттағы һынауы тип ҡабул итә. Ярай, үткәндәр үткәндә ҡалһын, киләсәгебеҙ имен булһын, – ти апай.
...Йылдар, ағасынан өҙөлөп төшкән япраҡ кеүек, ҡойола ла мәңгелектә юғала. Шундай уйҙар тулҡынында Ҡәнзиә Ғәзизова менән фотоальбомдар, төрлө документтар ҡарап ултырабыҙ. Улар араһында Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары ла күренеп ҡала. Әйткәндәй, шуларҙың береһендә былай тип яҙылған: «Хөрмәтле Ҡәнзиә Миңләхмәт ҡыҙы! Һеҙ иҫ киткес тырыш, эшсән, аҡыллы ҡыҙ үҫтергәнһегеҙ. Ул – заводыбыҙҙың ғорурлығы...» Был һүҙҙәр — Һамарҙа йәшәгән ҡыҙы Гөлнара хаҡында. Ә улы Дамир Ноябрьск ҡалаһында төпләнгән. Балалары Ҡәнзиә апайҙың хәлен телефон аша шылтыратып белешеп тора, ә йәйен әсәһе эргәһенә ҡайтып ярҙамлашып китәләр.
Ҡәнзиә Ғәзизова балалары һәм, ейәндәре менән сикһеҙ ғорурлана. Әйткәндәй, Алина ла, Александр ҙа институтта уңышлы уҡып йөрөй.
Яҡташтары Ҡәнзиә Миңләхмәт ҡыҙына хөрмәт менән ҡарай. Халыҡ уға «таҙа Ҡәнзиә» тигән ҡушамат та биргән, сөнки ул үҙенең фатирын бөхтә итеп тотоуҙан тыш, подъезд алдын да йыл әйләнәһенә тәртиптә тота.
Үҙенән йәш кешеләргә башлап сәләм биреп йөрөүсе Ҡәнзиә апайҙың күңелендә һәр саҡ изгелек кенә. «Барыһына ла яҙмыш ҡырыҫлығын ғына түгел, мәрхәмәтлеген дә күрһәтһен», – тип теләй ул.