Игеҙәктәргә ярҙам артасаҡ24.12.2011
Кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Бер үк ваҡытта ике һәм унан күберәк бала тыуған ғаиләләргә социаль ярҙамдың өҫтәмә саралары тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйҙы.
Уға ярашлы 2012 йылдың 1 ғинуарынан бер үк ваҡытта ике (игеҙәк) һәм унан күберәк бала тыуған ғаиләләргә һәр сабыйға өс йәш тулғансы 500 һум күләмендә айлыҡ балалар пособиеһы түләнәсәк. Пособие Башҡортостанда даими йәшәгән, йән башына уртаса килеме йәшәү минимумының икеләтә дәүмәленән артмаған ғаиләләргә бирелә. Указ 2012 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә.
Т. ЗАМАНОВ.


Вернуться назад