Уйындан — уймаҡ24.07.2013
Халҡыбыҙҙың борондан килгән матур йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре бар. Уларҙың араһында иң таралғаны — туй йолаһылыр. Хәҙер, әлбиттә, төрлө милләт менән ҡатнашып йәшәү, заман шауҡымы йоғонтоһонда улар үҙгәргән, шуға ҡарамаҫтан, туйҙар ҡыҙыҡлы, күңелле үтә, хатта уйламаған мажаралар ҙа сығып ҡуя.
Элек ҡыҙ йәшереү ауылда үҙе бер ваҡиға була торғайны. Унда кәләш буласаҡ ҡыҙҙың әхирәттәре, еңгәләре ҡатнаша, шулар араһында ҡатын-ҡыҙ булып кейенгән егеттәр ҙә йөрөй. Кейәү үҙенең дуҫтары менән еңгәләре ярҙамында ҡыҙ йәшерелгән өйҙө эҙләй, унан күмәк кеше араһынан кәләшен табырға тейеш. Кейәү бүләк бирә, еңгәйҙәрҙе ризалай. Ә был мәлдә ҡыҙ йортонда мулла йола үтәй, ҡоҙалар мәжлес ҡора... Ошоға бәйле бер ваҡиға һаман да хәтеремдә.
Студент йылдары. Ятаҡ бүлмәһендә бергә йәшәгән Әминә исемле ҡыҙ Зифа тигән әхирәтебеҙҙе үҙҙәренә саҡырҙы. Октябрь байрамы ине. Өс көндән ҡыҙҙар йөрөп ҡайтты. Зифа ишектән ингәс тә:
— Ҡыҙҙар, мин саҡ кейәүгә сыҡманым бит, — тине. Беҙ аптырап ҡалдыҡ. Уның тиҙерәк һөйләүен үтендек.
— Әминәләргә төшкә ҡарай барып еттек. Ауылда байрам: уларҙың күршеләренә ҡоҙа килгән, тинеләр. Кискә никах уҡыталар, төндә ҡыҙ йәшерәләр икән. Йәш кәләш — Әминәнең класташы Нәфисә. Ә егете — күрше ауылдыҡы. Төньяҡ диңгеҙ флотында хеҙмәт итә, әле ялға ҡайтҡан, кәләш алып китергә уйлаған. Туғандары, йәшерәк булһа ла, Нәфисәне димләгән, ҡыҙ егетте яҡшылап белмәй ҙә, имеш, — тип Зифа теҙеп алып китте.
— Йә, шунан... — тибеҙ.
— Шунан ни, Нәфисә Әминәне лә, мине лә үҙенә иптәшкә саҡырҙы. Кәләш менән кейәүгә аулаҡ өй әҙерләгәндәр. Өлкәндәр — Нәфисәләрҙең өйөндә ҡунаҡта. Ҡыҙ йәшергәнде күргәнем юҡ ине, миңә ҡыҙыҡ. Еңгәйҙәр беҙҙе келәткә бикләне.
Нәфисә миңә:
— Зифа, әйҙә ҡыҙыҡ итәйек, кейемдәребеҙҙе алмашайыҡ, һине танымайҙар бит, — ти. Мин, уйлап та тормай, пальтомды, яулығымды уға бирҙем. Уныҡын кейеп алдым. Боҫоп ултырабыҙ.
— Бында, бында! — тип, фонарь яҡтырталар. Беҙ битебеҙҙе күрһәтмәйбеҙ.
— Ошоноһо була, — тип бер ҡатын мине күрһәтте. Әллә нисәмә ҡул, аяҡтарымды ергә лә тигеҙмәй, күтәреп алып китте лә, елтерәтеп өйгә индереп, ишекте ябып та ҡуйҙы. Өй эсе ҡап-ҡараңғы, тәҙрә ҡапҡастары тыштан ябылған, шомло. Сығам тип ишекте этәм, асмайҙар. Ҡысҡырышалар, көлөшәләр. Бына бер мәл еңгәйҙәр ҡуйған һынауҙарҙы үтеп бөтөп кейәү егет инеп килә. Мин уны эттем дә тышҡа ынтылдым. Ҡараңғы соланда бер ни күренмәй.
— Ҡайҙа бараһың, бикәс, ҡурҡма, — тип көлөшәләр, мине сығармайҙар, әйткәнемде ишетмәйҙәр ҙә, сыр-сыу киләләр...
Шулай итеп, мин сит ауылда бикле өйҙә ят егет менән яңғыҙ ҡалдым. Уф, ни эшләргә?..
— Уттары ҡайҙан яна икән? — тим, ҡалтыранып. Егет шырпы һыҙып, утты тоҡандырҙы ла, миңә текләй, ә мин уға ҡарайым.
— Мин һинең кәләшең түгел, Нәфисә келәттә, — тим. — Яңынан эҙлә.
Егет йылмая.
— Былай нишауа күренәһең, әйҙә, һин кәләш бул да ҡуй, — тимәһенме. Йөрәгем дарһылдап тибә, ныҡ шөрләнем. Уйындан — уймаҡ. Ҡулыма мейес янында торған тәртешкәне тотоп алдым.
— Яҡын килмә! — тим. Егет көлә, ҡуйы ҡаштары аҫтынан ҡара күҙҙәре ялтырай. Уға ҡыҙыҡтыр инде.
— Әйҙә, сәй яһап эсер миңә, — тип һикелә боҫрап торған самауырға, аҡ ашъяулыҡтағы тәмле ризыҡтарға күрһәтә. Ниҙәр генә кисермәнем шул минуттарҙа... Ишекте туҡмай башланым. Кинәт ишек асылып китте лә Әминә күренде:
— Зифа, сыҡ тиҙерәк!
Еңгәйҙәр, Нәфисәне алып килеп, өйгә индерҙеләр ҙә ишекте шап ябып ҡуйҙылар.
— Ниңә оҙаҡ асманығыҙ? — тим Әминәгә.
— Һине алып киткәс, беҙ көтәбеҙ-көтәбеҙ, бер кем дә килмәй, эҙләмәй. Сыҡһаҡ, кеше күренмәй — ишектә йоҙаҡ. Еңгәйҙәр ҡунаҡ булырға киткән. Әхирәт, үпкәләмә инде, — тип мине ҡосаҡлай.
Келәттә ултырған саҡта Нәфисә уйламаҫтан кейәүгә сығыуына үкенеүен, икеләнеүен Әминәгә белдергән. Ҡасып китергә лә уйлаған, тик тегенеһе ебәрмәгән. Атай-әсәйеңә оят булыр, туғандарыңды уйла, баштан уҡ ризалыҡ бирмәҫкә кәрәк ине, тигән. Белмәгән-күрмәгән кешегә кейәүгә сыҡҡан Нәфисәне йәлләнек.
Әминә менән ҡайттыҡ та тиҙерәк йоҡларға яттыҡ. Йоҡо килмәй. Күҙ алдымда — теге егеттең муйыл кеүек ҡара күҙҙәре… Иртәгеһенә Әминә кейемдәремде алып килде, мин оялышымдан кешегә күренмәнем.
Нәфисәнең әсәһе кисәге хәлде ишеткән. Ул ниндәй ҡыҙ, әллә үҙе кейәүгә сығырға уйлағанмы, ни өсөн ара бутап йөрөгән, ти икән. Килендәренә лә эләккән.
Нәфисә менән кейәүе силсәүиткә барып, ЗАГС-ҡа торҙо ла китергә йыйынды. Моряк формаһы кейгән мыҡты кәүҙәле егет эргәһендә Нәфисә тал сыбығындай ғына күренә. Шул арала йөк машинаһы килеп туҡтаны. Кейәү, кәләшен еңел генә күтәреп, кузовҡа баҫтырҙы ла үҙе лә һикереп менде. Йәштәрҙе оҙатырға йыйылған халыҡ араһынан егет ҡараштары менән мине эҙләп тапты. Һөйкөмлө ҡара күҙҙәр миңә ниҙер әйткәндәй тойолдо, — тип һүҙен тамамланы эскерһеҙ әхирәтебеҙ. Беҙ көлөштөк: «Әллә үкенәһеңме?» — тибеҙ. Байтаҡ ҡына уны шаяртып йөрөнөк.
Әле күптән түгел Зифа гүр эйәһе булған тип ишеттем. Төпкөл райондарҙың береһендә эшләгән, кейәүгә сыҡҡан да уңмаған, яңғыҙы йәшәгән икән. Теге моряк менән яҙмышы, бәлки, уны юҡҡа осраштырмағандыр, тип тә уйлап ҡуйҙым. Кем белә?..