Илеш районындағы Ҡыпсаҡ ауылы эргәһендә Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы һәм Һамар дәүләт университеты археологтары тимер быуаттағы боронғо ҡәберлектәрҙе тикшерә.
Ҡомартҡы Ҡыпсаҡ археология комплексы атамаһын йөрөтә. Ул — Башҡортостан, Татарстан һәм Удмурт республикалары биләмәһендәге иң әһәмиәтле һәм ҡыҙыҡлы объекттарҙың береһе. Әле археологтар комплекста эш башланы, ҡәберлектәр кимәленә тиклем ерҙе ҡаҙып, уларҙың һанын билдәләне һәм 20 ҡәберлектең тәүге икәүһендә үк ҡыҙыҡлы табылдыҡҡа юлыҡты.
Дүрт-биш йәшлек ҡыҙҙың ҡәберендә ике бронза сулпы, муйынсаҡ табылған. Биҙәүестәр ярайһы уҡ ҡиммәтле. Ул Рим оҫтаханаларында мысыр фаянсынан эшләнгән.
Ир-егет ерләнгән икенсе ҡәберҙән һары металдан сулпы һәм ҡайышҡа тағыла торған бронза биҙәүес табылған. Сулпының металын экспертиза күрһәтәсәк. Фаразлауҙар буйынса, был биҙәүес — алтын.