Төп Закондың тыуған көнө24.12.2011
Бөгөн — Башҡортостан Конституцияһы көнө. Быйыл уның ҡабул ителеүенә 18 йыл тула.
Конституциябыҙ Башҡортостандың барлыҡ хоҡуҡ системаһы өсөн нигеҙ ташы булып тора. Ул ҡабул ителгәндән алып йәмғиәтебеҙҙәге демократик үҙгәрештәрҙе беркеткән, Федератив Рәсәй составында Башҡортостандың дәүләтселеген нығытҡан, төбәктә йәшәүсе кешеләрҙең хоҡуҡтарын һәм иркен яҡлаған төп көскә әйләнә.
Йылдам үҙгәрештәр дәүерендә Конституция республиканың хоҡуҡи дәүләт, Рәсәйҙең иҡтисади яҡтан алға киткән һәм сәйәси йәһәттән тотороҡло төбәге булараҡ аяҡҡа баҫыуы өсөн ышаныслы нигеҙ һалды.
Ә. ЭТҠОЛОВА.


Вернуться назад