Байҙар өсөн түгел23.07.2013
Октябрьский ҡалаһында социаль торлаҡ төҙөү дауам итә.
Әле ике йорт буйынса документтар тулыһынса әҙерләнгән, экспертиза үткәрелгән, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә. Свердлов урамындағы торлаҡтың өс ҡаты һалынған. Тиҙҙән уның янында икенсеһе лә төҙөлә башлаясаҡ. Биш ҡатлы йорттарҙың һәр береһендә 22-шәр фатир буласаҡ. Девон урамында ла социаль йорт һалыу күҙаллана. Әле бында участка һайлайҙар.
Яңы биналар Октябрьскийҙың архитектур йөҙөн тулыһынса үҙгәртәсәк. Ҡалала яңы 32-се биҫтә барлыҡҡа киләсәк. Генераль планға ярашлы, унда, нигеҙҙә, аҙ ҡатлы йорттар һалыу ҡарала. Ә бына уның янындағы 32 а һанлы биҫтәлә туғыҙ ҡатлы йорттар ҡалҡасаҡ.
Әйткәндәй, Октябрьскийҙа былтыр халыҡтың льготалы төркөмдәре — етемдәр, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре — өсөн ике торлаҡ төҙөлгән.