44 мең уҡыусыға — яңы форма23.07.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Указына ярашлы, республикабыҙҙағы беренсе класҡа барасаҡ 44 мең балаға өҫтәмә мәктәп кейеме тапшырыласаҡ.
Кейем тегеүгә һәм уны уҡыусыларға еткереүгә республика ҡаҙнаһынан 43,5 миллион һум аҡса бүленә. Әле Башҡортостандың Мәғариф министрлығы заказ биреүгә документтар әҙерләй. Өҫтәмә комплектҡа жилет һәм жакет инә. Кейем эскизы аукцион иғлан иткәндән һуң конкурс комиссияһы тарафынан тәҡдим ителәсәк. Бер үк ваҡытта муниципалитеттарҙан өҫтәмә формаға ихтыяж тураһындағы мәғлүмәт йыйыла.