Һуң булмаһа ла ашығайыҡ23.07.2013
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы тамамланһа ла, “Башҡортостан”ды алдырырға һуң түгеллеген хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ. Һәр айҙың 20-һенә тиклем яҙылһағыҙ, баҫманы киләһе ай башынан аласаҡһығыҙ. Мәҫәлән, августың 20-һенә тиклем яҙылып өлгөрһәгеҙ, гәзит 1 сентябрҙән килә башлаясаҡ.

“Башҡортостан”ға тотош коллектив менән яҙылырға ла була. Күптәр, шул иҫәптән район-ҡала гәзиттәрендәге коллегаларыбыҙ, ошондай мөмкинлектән файҙалана. Шул уҡ ваҡытта улар баҫмабыҙҙың тоғро дуҫтары булыуын да раҫлай. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Ашҡаҙар” гәзите (баш мөхәррире — Гөлфирә Дәүләтйәрова), Ғафури районының “Табын” гәзите (баш мөхәррире — Мәрхәбә Собханғолова) һәм башҡалар гәзит иғлан иткән акцияға бер нисә йыл рәттән әүҙем ҡушыла. Ошо матур өлгөгә ҡалғандар ҙа эйәрһә ине.


Вернуться назад