Лилиә ҒҮМӘРОВА: “Балалар йорттарының эшмәкәрлеге асыҡ булырға тейеш”23.07.2013
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова күптән түгел республикалағы балалар йорттарының береһендә булған хәлгә аңлатма бирҙе:
— Етемдәрҙе һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы яҡлау Башҡортостан Президентының махсус контроленә алынған. Ул республика етәкселеге эшмәкәрлегендә стратегик йүнәлеш булып тора. Беҙ бындай ваҡиғаларҙан ситтә ҡалмаҫҡа тейешбеҙ. Балаға бәйле һәр ғәҙәттән тыш хәл ентекле тикшерелергә, ошоға бәйле аныҡ сара күрелергә тейеш.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, айырым белгестәрҙең, етәкселәрҙең битарафлығы, компетентһыҙлығы арҡаһында бындай хәлдәр булғылай. Күптән түгел генә Иглин районында етемдәргә һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға тәғәйенләнгән фатирҙың хакимиәт хеҙмәткәренә бирелеүе тураһындағы ваҡиғаны тикшерҙек. Әле Сермән балалар йортонда тәрбиәләнеүсене туҡмағандар. Ошо хәл буйынса эксперт комиссияһы ойошторолдо. Ул Сермән балалар йортона барып тикшереү үткәрҙе. Ваҡиғаға анализ һөҙөмтәләре буйынса, шулай уҡ баланы туҡмау осраҡтары элегерәк тә булыуын иҫәпкә алып, учреждение директорын эштән бушатыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Республикалағы балалар йорттарында тәртип боҙоуҙарҙы асыҡлау буйынса эш артабан да дауам итәсәк. Бынан тыш, ошондай учреждениеларҙың, балалар йорттарының эшмәкәрлеге мөмкин тиклем асыҡ булырға тейеш, тип әйтергә теләйем.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек: Сермән балалар йорто тәрбиәсеһе баланы туҡмаған тип шик аҫтына алынған. 17 йәшлек тәрбиәсе йәйге лагерҙа 12 йәшлек балаға бер нисә тапҡыр һуҡҡан, тип хәбәр итте Интерфакс агентлығы, республика Прокуратураһына һылтанма яһап.
Агентлыҡ мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет район-ара бүлеге тәрбиәсегә ҡарата Рәсәй Енәйәт кодексына ярашлы эш асҡан. Бынан тыш, балалар йорто директоры вазифаһын башҡарыусыға ҡарата ла Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 5.35-се статьяһы буйынса административ эш ҡуҙғатылған. Ул район хакимиәтенең Бәлиғ булмағандарҙың эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау комиссияһына ебәрелгән.