Аҙна буйы шылтырата торғас, әңгәмә ҡорасаҡ ҙур етәксенең ваҡыты саҡ табылды. Ҡағыҙ-ҡәләмдәремде рәткә килтереп, тәғәйен ваҡыттан алда барыу хәйерлерәк, тип юлға сыҡтым. Иртәрәк тигәс тә, ярты сәғәт алдан барып ултырырға тейеш инем ҡабул итеү бүлмәһенә. Әммә ярты сәғәт алдан да, бер сәғәткә һуңыраҡ та күрергә насип булманы үҙен – көтмәгәндә юлда килеп сыҡҡан тығын арҡаһында осрашыу ваҡыты үтеп киткәс, әңгәмәсем алдында ғәфү үтенеүҙән башҡа сара ҡалманы. Инде аҙна түгел, ай буйы шылтратып та ҡабул итмәҫ абзый хәҙер.
Бер мин генәме ни, уйлап ҡараһаҡ, донъяла юл тығындары һөҙөмтәһендә күпме кеше мөһим осрашыуҙарға, эшкә һуңлай. Хеҙмәт урынына бара йә ҡайта алмай аҙаплана. Статистика буйынса, мәҫәлән, 265 саҡрымлыҡ юл тығыны менән донъя рекордын яулаған Сан-Паулу ҡалаһының ҡаҙнаһы ошо сәбәп арҡаһында йыл да 2,3 миллиард долларын һыуға һала. Был йәһәттән Мәскәү ҙә ҡалышырлыҡ түгел, баш ҡалабыҙҙа көн дә 650 тығын булып тора.
Саҡрымы саҡрым менән, бына автомобилселәрҙең күпме ғүмере ошо юлда үтә. Миҫал өсөн донъялағы бер нисә генә ҡаланы атап үтәйек. Кёльнда йәшәүселәр йылына юлда 57 сәғәтен уҙғарһа, лондондар 54 сәғәт буйы автомобилендә “бикләнергә” мәжбүр, ә бына Парижды төйәк итеүселәрҙеке иһә 70 сәғәткә барып етә. Рекорд ҡуйыусылар шулай ҙа Манчестерҙа йәшәүселәр икән – улар йылына 72 сәғәт ғүмерен тығында уҙғара, йәғни был ҡалала уртаса 60 йыл йәшәгән кеше ярты йыл ғүмерен машинаһында “бикләнеп” уҙғарырға мәжбүр.
Ғүмер тигәндән, күпме кеше һәләк була ошо тығындар арҡаһында, күпмеһе йәрәхәтләнә. Кемгәлер эҫе ҡаба, кемдеңдер тулҡынланыуҙан ҡан баҫымы күтәрелә, ыҙғыш-талаш сығарып, атышып үлгәндәре лә бар. Тығынды үтә алмаусы “ашығыс ярҙам”, “янғын һүндереү” машиналары хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ.
Нисек ҡотолорға һуң был тығындарҙан? Хәйер, ҡотолоу юлы бармы? Ошо һорау борсомаған автомобилсе юҡтыр. Интернетты байҡап ҡараһаҡ, мәсьәләне нисек кенә сисергә тәҡдим итмәйҙәр. Ер аҫты юлдары, ике ҡатлы юлдар, осоп йөрөүсе автомобилдәр... Тик, үкенескә ҡаршы, машина баҙарының көндән-көн үҫә барыуын иҫәпкә алғанда, тәҡдимдәрҙең барыһын да ҡабул итһәк тә, ахыры, ҡотолормон, тимә…
Мәсьәләне хәл итеү юлы бармы?Руслан Мөхәмәтшин, водитель:
– Рулгә ултырғанға инде хәҙер 20 йыл самаһы. Ошо ғүмер арауығында автомобилдәрҙең дә, тығындарҙың да йылдан-йыл артыуын күҙәтәм.
Ҡотолоу сараһы күп инде: юлдарҙы киңәйтеү, ҡулсалар булдырыу, ҡағиҙәләрҙе боҙғандарға штраф күләмен арттырыу. Тик бындай эштәрҙе комплекслы башҡарыу зарур. Юғиһә, файҙаһы – һуҡыр тин.
Гөлфиә Аҡбутина, йәш әсә:
– Эх, ниңә генә йәйәү сығып китмәгәнбеҙ икән, тип үкенгән саҡтар бар, сөнки йәш бала менән тығындар ваҡытында машинала йөрөү бик ауыр, бигерәк тә йәй көндәрендә. Тәҙрәне асһаң, балаға һыуыҡ тейеүе ихтимал, асмаһаң – түҙеп торғоһоҙ эҫелек.
Минеңсә, күберәк ҡулсалар, светофорҙар булһа, тығындар кәмер ине.
Артур Саркесян, шәхси такси паркы хужаһы:
– Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларына йыш йөрөргә тура килә. Мегаполистар менән сағыштырғанда, беҙҙәге тығындар диңгеҙ эргәһендәге шишмә һымаҡ – дүрт-биш сәғәт буйы автомобилдән сыға алмай тормайбыҙ ҙабаһа. Шуға шөкөр итеп йәшәйек.
Ҡотолоу юлына килгәндә, әлеге лә баяғы шул ҙур ҡалаларҙа, мәҫәлән, асфальт түшәү, ремонт эштәре төнөн башҡарыла. Юлда йөрөү, уны ремонтлау системаһы камиллашмай тороп, тәртиптең булыуы икеле.