Парижға еткән батыр23.07.2013
Башҡорт яугирҙәренең 1812 йылғы Ватан һуғышында француз баҫҡынсыларына ҡаршы алышта күрһәткән батырлыҡтары бөтөн илгә, донъяға билдәле. Данлы яҡташтарыбыҙҙың береһе — элекке Ырымбур губернаһындағы Стәрлетамаҡ өйәҙенең Тәлтем-Юрматы олоҫона ҡараған Аҡсулпан ауылынан (хәҙер Стәрлетамаҡ районының Күсәрбай ауылы) Аралбай Күсәрбай улы Аҡсулпанов. Уның исеме Рәсәй тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған.

Ватан һуғышының тәүге айында уҡ Аралбай батыр — 3-сө, ә Бәләбәй өйәҙендәге Әлшәй олоҫоноң Сәпәш ауылы (хәҙерге Әлшәй районының Яңы Сәпәш ауылы) башҡорто Әйүп Ҡайыпов 4-се дәрәжә Изге Анна ордены менән бүләкләнә. Улар икеһе лә, 2-се башҡорт полкы составында урыҫ ғәскәренең сит ил походтарында ҡатнашып, 1814 йылдың мартында Парижға барып керә, тыуған еренә имен-аман әйләнеп ҡайта, "1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн", "1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә" тигән миҙалдар менән бүләкләнә.
Үткән шәмбелә Стәрлетамаҡ районының Күсәрбай ауылында ҡаһарман милләттәшебеҙ Аралбай Аҡсулпанов иҫтәлегенә таҡтаташ асыу тантанаһы булды. Унда район хакимиәте вәкилдәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, яҙыусы һәм ғалим Рәшит Шәкүр, "Төньяҡ амурҙары" хәрби-тарихи реконструкция клубы етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов, "Урал" башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе Риф Иҫәнов, Башҡортостан Фәндәр академияһының Социаль тикшеренеүҙәр институты ғилми секретары Юлай Аҡсулпанов, яҙыусы Хәмит Ирғәлин, Аралбай батырҙың ауылдаштары, хеҙмәт ветерандары ҡатнашты.
Күсәрбайҙар батыр ауылдаштарының исемен мәңгеләштереү сараһын күргән өсөн Стәрлетамаҡ районы хакимиәтенә рәхмәт белдерҙе.


Вернуться назад