Һинһеҙ донъяның йәме юҡ23.07.2013
Нәҫер
Беҙҙең балалар йортонда әлегә барыһы ла һәйбәт, тормош ҡайнай. Бөтә уңайлыҡтар ҙа бар бында: тәмле ризыҡтар, төрлө һуттар. Тәрбиәсе апайҙар ҙа яғымлы. Сит-ят кешеләр ҙә йыш килгеләй, улар беҙҙең аранан тәрбиәгә бала һайлай. Ҡултыҡ аҫтына папкалар ҡыҫтырған дәрәжәле ағайҙар ҙа күренә. Минең бер кемгә лә уллыҡҡа барырға теләгем юҡ, сөнки үҙ әсәйем бар.
Тик һин генә килмәйһең, әсәйем. Шул тиклем һағындым үҙеңде, юҡһыныу хистәрен үҙе татыған кеше генә белә. Бигерәк тә өйҙө, тыуған еремде һағынам. Йәй ишек алдындағы ағастарға ҡунып һайраған ҡоштары, ҡышын ябалаҡлап яуған ап-аҡ ҡарҙары күңелемдән китмәй.
Әсәй, бында иң ҡәҙерле урын — тәҙрә төбө. Бер минең генә түгел, ә барыбыҙҙың да. Көн һайын, саҡ ҡына буш ваҡыт булдымы, ике күҙебеҙҙе талдырып, шул тәҙрәнән яҡын кешеләребеҙҙе көтәбеҙ. Кемдер әсәһен, кемдер ағай-энеһен. Ә мин һине көтәм, әсәй. Башҡа бер кемде лә түгел. Тик һинең бер йыл инде килгәнең юҡ. Аҙаҡҡы хатыңда "аҡсам юҡ шул юлға, балам" тигәнһең. Тауыҡтар йомортҡа һала башлағандыр бит? Шуларҙы йый ҙа күрше инәйгә һат, ул һәр саҡ аҡсалы ла баһа. Шуны юлға түләрһең. Бында тиклем килеп етһәң, ҡайтырыңа үҙем бирермен. Минең аҡса бар ул, әсәй. Балалар йортонда матур һүрәттәр төшөрөргә өйрәтәләр, шул оҫталыҡҡа өйрәнеп алдым, рәсемдәрҙе тәрбиәсе апайҙар һатып ала. Оҙаҡлама инде, әсәй, юҡһа өлкән малайҙар аҡсамды тартып алыр ҙа ҡуйыр.
...Ниңә килмәйһең, әсәй, әллә һаман да эсеүҙән бушай алмайһыңмы? Кем уйлап сығарған икән шул көмөшкәне? Эсмәһә, атайым да вафат булмаҫ ине. Был үпкәле һүҙҙәрем өсөн ғәфү ит. Ҡайһы саҡта: "Ни өсөн мин әсәйемдең балаһы булдым икән? Ниңә күрше Хәлимә апайҙың улы булмағанмын?" — тип уйлап ултырғаным да хәтерҙә. Эй, йүләрмен дә инде... Әлдә һин бар әле донъяла, әсәкәйем. Хәтереңдәме, ҡасандыр мине арҡамдан тупылдатып ярата торғайның. Ҡулдарыңдың йылылығы иҫтә, ә мин һине муйыныңдан ҡосаҡлап үбә инем, шул минуттарҙы бик ныҡ һағынам.
Һинең эсеүеңде ташлап, ҡасан да булһа мине килеп алырыңа ышанам. Шешәләреңде йырағыраҡ йәшер — ҡотортоп тормаһындар. Ҡайтҡас, соҡор ҡаҙып, күмеп ҡуйырмын. Үҫкәс, матур итеп өй һалырға, күршеләр кеүек умарта тоторға хыялланам. Матур һүрәттәр менән биҙәлгән шул өйҙә икебеҙ баллап сәй эсербеҙ. Беҙҙең йортта араҡы булмаҫ.
...Әле бая әйткән тәҙрәнән тышты күҙәтәм, һине көтәм. Тәбиғәттең матурлығына һоҡланып туя алмайым, әйтерһең дә, бөтә донъя — ожмах. Ҡоштар бала сығара, осорға өйрәтә, бергә булыу шатлығынан туҡтауһыҙ һайраша. Минең дә ҡош булғым, һинең янға уҡтай атылып осоп барып еткем килә, әсәкәйем!


Вернуться назад