Беҙҙең уҡытыусылар бит ул20.07.2013
Башҡортостандан 36 уҡытыусыға Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы һәм ил Президенты премияһы тапшырыласаҡ. Улар “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проектҡа ярашлы уҙғарылған Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡты.

Ошо көндәрҙә федераль ведомство башлығы Дмитрий Ливанов Рәсәйҙең бер мең педагогына премия биреү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Республикабыҙҙан 22 ауыл һәм 14 ҡала уҡытыусыһы федераль грантҡа эйә буласаҡ.
Мәғариф һәм фән министрлығының сайтында билдәләнеүенсә, илдең барлыҡ төбәктәрендә махсус ойошторолған комиссиялар бойондороҡһоҙ эксперттарҙы: төрлө ассоциациялар, дөйөм белем биреү мәсьәләләре буйынса консультанттар, юғары уҡыу йорттарының ректорҙар советы, һөнәри белем биреү ойошмалары етәкселәре, профсоюз, эш биреүселәр һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары вәкилдәрен йәлеп итеп конкурс үткәрҙе.
Бәйгенең төп принциптары — уның асыҡтан-асыҡ тормошҡа ашырылыуы, бөтә дөйөм белем биреү учреждениелары уҡытыусыларының бәйгелә ҡатнашыуы өсөн тиң мөмкинлектәр тыуҙырыу. Педагогтар һуңғы өс йылда уҡытыуҙағы юғары ҡаҙаныштар, дәрестән һуң әүҙем эшмәкәрлек, уҡыусы тарафынан ыңғай социаль тәжрибәгә эйә булыу өсөн шарттар булдырыу, заманса мәғариф технологияларын һөҙөмтәле файҙаланыу, шәхси методика системаһы, өҙлөкһөҙ һөнәри үҫеш кеүек күрһәткестәр буйынса һайлап алынды. 200 мең һум күләмендәге гранттар йола буйынса Уҡытыусылар көнөндә тапшырыласаҡ.
Конкурс тәүге тапҡыр 2006 йылда уҙғарыла. Ошо ваҡыт эсендә федераль ҡаҙнанан 44 мең уҡытыусыны дәртләндереүгә 4,8 миллиард һум аҡса бүленгән.


Вернуться назад