Ҡағыҙ сиратынан ҡотолорбоҙмо?20.07.2013
Республиканың Мәғлүмәт технологиялары буйынса агентлыҡ етәксеһе Илдар Ямаловтың матбуғат конференцияһында әйтеүенсә, әле дәүләт хеҙмәте буйынса берҙәм портал халыҡ араһында киң билдәле түгел. Был порталда теркәлеү процесының ҡатмарлы булыуы менән бәйле. Бөгөн унда ни бары 50 мең шәхси кабинет булдырылған.

Киләсәктә портал яңы һулыш менән эш башлаясаҡ. Унда федераль, төбәк һәм муниципаль хеҙмәтләндереү ойошторола. Клиенттар порталдағы шәхси кабинеттарына кеҫә телефоны аша ла инә ала. Ә иң мөһиме — теркәлеү ябайлаштырыласаҡ.
Конференцияла журналистарҙың һорауына шулай уҡ «Росреестр»ҙың Башҡортостан идаралығы етәксеһе Игорь Шеляков та яуап бирҙе.
– Мөрәжәғәт итеүҙәр күбәйҙе. Мәҫәлән, ипотека өлкәһендәге теркәүҙәр 13 процентҡа артты. Алдағы йылдарҙа халыҡты хеҙмәтләндереү яҡшырасаҡ, – тине ул.
Һуңғы йылдарҙа дәүләт хеҙмәте өлкәһендә мәғлүмәт технологиялары киң ҡулланыла. Билдәле, был аҙым һыу буйылай һуҙылған сираттарҙан, мәғәнәһеҙ бюрократик аҙымдарҙан арыныу, ҡағыҙ менән эш итеү системаһын еңеләйтеү өсөн ҡулайлы. Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт менән тәьмин итеү буйынса күп функциялы үҙәктәр эшләүе лә ваҡыт һәм аҡса яғынан шулай уҡ отошло. Субсидия юллағанда ла, йорт төҙөгәндә лә (документтар юллап) мөрәжәғәт итергә була был үҙәккә. Үҙәктең директоры Руслан Усманов әйтеүенсә, мәғлүмәт, ниндәйҙер кәңәш артынан, документ тапшырыу өсөн хәҙер һалым һәм миграция хеҙмәттәренә лә, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына ла барып тораһы түгел, үҙәккә килеү етә. Әйткәндәй, киләсәктә һәр муниципаль берәмектә лә үҙәктең филиалдары эшләй башлаясаҡ.


Вернуться назад