Белгес фатирһыҙ интекмәҫ20.07.2013
Бүздәк ауылында ҡуртымға бирелә торған корпоратив торлаҡ төҙөү буйынса ниәттәр тураһындағы биш яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды.

“Башҡортостан ит компанияһы” агросәнәғәт предприятиеһы базаһында корпоратив торлаҡ фондын ойоштороу проектының маҡсаты — Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән йәлеп ителгән квалификациялы белгестәрҙе йәшәү урыны менән тәьмин итеү. Сараны Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты, Торлаҡ ипотека кредитлауы агентлығы, Башҡортостандың Торлаҡ төҙөлөшөнә булышлыҡ итеү фонды, “Башкомснаббанк”, “Таврос” йәмғиәте һәм Башҡортостан ит компанияһы ойошторҙо.
Сарала ҡатнашыусылар “Дмитриевка” сусҡасылыҡ комплексында булды, ҡуртымға бирелә торған тәүге йортто төҙөү өсөн бүленгән майҙанды ҡарап сыҡты. Унда шулай уҡ республикала ҡуртымға тапшырылған арзан торлаҡ баҙарын ойоштороу, ошо йәһәттән үҙ-ара эшмәкәрлекте яйға һалыу мәсьәләләре ҡаралды.


Вернуться назад