Етемдәргә ярҙам20.07.2013
Өфөлә “Беренсе тапҡыр беренсе класҡа. Етем балаларға ярҙам күрһәт” хәйриә акцияһы башланды. Ул ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов етәкселегендә Опека һәм попечителлек идаралығы тарафынан ойошторола.

Әлеге сара — иҫәп буйынса өсөнсө акция. Әүәлерәк был мөһим социаль проект интернат учреждениеларында һәм баш ҡалалағы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 216 беренсе класс уҡыусыһын мәктәпкә әҙерләү буйынса ярҙам күрһәтеү йәһәтенән битараф ҡала алмаған кешеләрҙе һәм ойошмаларҙы берләштерҙе. Һәр балаға уҡыу һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн файҙалы бүләктәр тапшырылды. Әле Өфөләге балалар йорттарында һәм уларҙы алмаштырған ғаиләләрҙә беренсе класҡа барасаҡ 120 малай һәм ҡыҙ тәрбиәләнә. Етемдәргә ярҙам күрһәтеү йөҙөнән 15 авгусҡа тиклем “Ғаилә” психологик-медицина-социаль ярҙам үҙәгенең махсус иҫәбенә аҡса күсерергә мөмкин.
Иҫәптең реквизиттары: л/с 21304050010, ИНН 0278145591, КПП 027801001, р/счет 40701810600003000002, ГРКЦ НБ РБ Банка России г. Уфа, БИК 048073001, КБК/3039904004/749/0000/180.
Аҡсаны “Беренсе тапҡыр беренсе класҡа” хәйриә акцияһы” тигән билдә ҡуйып күсерергә кәрәк. Был средстволарға мәктәп кәрәк-ярағы һатып алына, 1 сентябргә арналған байрам ойошторола. Аҡсаның тотонолоуы тураһындағы отчет Өфөләге Опека һәм попечителлек идаралығының, “Ғаилә” үҙәгенең рәсми сайттарында баҫылып сығасаҡ. Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн телефон: 8 (347) 241-43-90, “Ғаилә” үҙәге директоры урынбаҫары — Даниленко Ирина Александровна.


Вернуться назад