Һәр һум әсе тиргә бәйле20.07.2013
Һәр һум әсе тиргә бәйлеҮҙен төрлө яҡлап асҡан тырыштар һоҡландыра. Яңы Балаҡатай ауылында йәшәүсе шәхси эшҡыуар Рафаэль Ғәлләмов быға тиклем үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармағында уңыш ҡаҙанһа, һыу йүнәлешендә эш башлап, һис тә яңылышмаған. Күңел һалһаң, һәр ҡайҙа ла ниәт-уйҙарҙы ғәмәлгә ашырырға, уны тигеҙ генә алып барырға мөмкин булыуын иҫбатлаған.

– Һәр һум әсе тир түгеп табыла, ниндәй ҙә уңыш артында ҙур хеҙмәт ята, – тип һөйләй "Ғәлләмов" крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Рафаэль Ғәлләмов. – Тыуған яғымдың тәбиғи байлыҡтары ҡунаҡтарҙың иғтибарын йәлеп итмәй ҡалмай. Һыу – йәшәү сығанағы, һыу булған ерҙә тереклек тә бар. Ә ниңә уға һаҡсыл ҡарамайбыҙ? Һыу ҡойоп баҙарға сығарыуым юҡтан килеп сыҡманы.
Эшҡыуарҙың биләмәһенә аяҡ баҫҡанда әле генә туғыҙ тулып уҙғайны. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бында эш ҡайнай, операторҙарҙы күҙәтеп, һәр береһе хеҙмәтен күңел кинәнесе менән башҡарыуын асыҡ тойомларға мөмкин. Әйткәндәй, Рафаэль Ғәлләмов завод асып, унға яҡын кешене эш менән тәьмин иткән. Лилиә Сәйетбаева, Андрей Патраков, Гүзәл Зиннурова, Дилара менән Юлиә Вафиналар бөгөн бында тырышып эшләй.
Ойошмала сменаһына газ ҡушылған һәм газһыҙ 11 мең литр тирәһе һыу етештерелә. Продукция ярты литрҙан алып 18 литр һыйҙырышлы һауыттарға тултырыла. Тауарҙы етештереү миҙалдың бер яғы булһа, уны һатыу — икенсе мәсьәлә. Бөгөнгә ул республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш райондарында Һәр һум әсе тиргә бәйлетаратыла. Силәбе, Свердловск өлкәләренән дә килеп алалар. Киләсәктә тауарын бөтә Башҡортостан һәм, әлбиттә, Рәсәйгә таратыу тураһында ла уйлай етәкселек.
– Эргәлә генә – "Ҡорғаҙаҡ" минераль һыуы, уның һеҙгә конкуренция икәнлеге көн кеүек асыҡ, ошо йүнәлештәге эшкә тотонорға нисек йөрьәт иттегеҙ? – тип һорайым Рафаэль Ғәфүр улынан.
– Ҡурҡаҡ урманға ла бармай, диңгеҙгә лә төшмәй. Әгәр шикләнеп ултырһаң, бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ. Хәҙер продукциябыҙ яҡшы тарала, һыуыбыҙҙы эҙләп килеп алалар икән, был шатлыҡ түгелме ни!? Киләсәккә аныҡ уй-ниәтебеҙ бихисап", – ти әңгәмәсем.
Балаҡатай һыуын беҙ ҙә ауыҙ иттек. Бик тәмле! Әйтеүҙәренсә, кешенең һаулығы өсөн дә уның файҙаһы ҙур.


Вернуться назад