«БЕҘ ИМГӘКТӘР ТҮГЕЛ!»20.07.2013
Стәрлетамаҡта инвалидтарҙың тормошон еңеләйтеү мәсьәләләренә арналған семинар-кәңәшмә булды.

Киске сәғәт 6-7-ләр тирәһе. Урам тулы эштән ҡайтыусылар. Кемдер кеҫә телефонынан шылтыратып, өйҙәгеләрҙән киске ашҡа нимә кәрәклеген һораша, кемдер башын аҫҡа эйеп, шым ғына фатирына ашыға. Ғөмүмән, һәр кемдең үҙ хәстәре, ошо ваҡытта аҙыҡ-түлек магазинына инә алмай яфаланып, коляскаһында ултырған инвалидҡа ғына иғтибар итеүсе юҡ. Күрәһең, аяҡһыҙ ир, хәленә ҡарамай, үҙен кәм тоймай, шуға үтеп барыусыларҙан ярҙам һорарға теләмәй. Ә үҙе мөрәжәғәт итмәгәс, яңынан үтеүселәр ғәрипкә ваҡытын әрәм итеп тормай…
Әллә һаман да СССР заманындағы «Беҙҙә инвалидтар юҡ!» тигән лозунг ҡаныбыҙҙан сыға алмай, әллә кеше тик үҙен генә ҡайғыртырға күнегеп бөткән, тулы тормош менән йәшәй алмаусыларға ярҙамға ашығып бармайҙар. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа боҙ ҡуҙғалды, ахырыһы. Стәрлетамаҡта республиканың көньяҡ төбәгендә йәшәүсе зәғифтәрҙең мөмкинлектәрен киңәйтеү мәсьәләләренә арналған семинар-кәңәшмәлә ҡатнашыусылар ҙа ошондай һығымтаға килде.
– Республикала инвалидтар эш менән тәьмин ителә, дауаханаларға, мәктәптәргә пандустар ҡуйыла, уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса махсус комиссиялар эшләп килә... Әммә был тәңгәлдә башҡараһы эш күп әле, – тине сарала Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Марат Исхаҡов.
Кәңәшмәнең Стәрлетамаҡта үтеүе осраҡлы түгел. Бында инвалидтар өсөн шарттар булдырыу буйынса байтаҡ эш башҡарылған. «Беҙҙә әле социаль объекттарҙың 80 процентына пандустар, һуҡырҙар өсөн махсус светофорҙар ҡуйылған, коляскалы инвалидтар өсөн ҡулайлаштырылған 14 автобус, бер нисә троллейбус йөрөй», – тине, мәҫәлән, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Владимир Куликов.
Үҙ башына төшмәйенсә, кеше ҡайғыһын кеше белмәй, тиҙәр. Дүрт тапҡыр Паралимпия чемпионы Ирек Зарипов та: «Аяҡһыҙ ҡалғанға тиклем зәғифтәргә иғтибар иткәнем юҡ ине. Тик үҙем шул хәлгә төшкәс, уларға бөгөнгө йәмғиәттә йәшәүе ни тиклем ауыр икәнен аңланым», – тине. Ысынлап та, арабыҙҙа инвалидтарға иғтибар итмәүселәр, уларҙың хәленә инергә теләмәүселәр бихисап. Әйтәйек, БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының инвалидтар эштәре буйынса бүлеге начальнигы Дмитрий Дубровиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, социаль объекттарға махсус ҡулайламалар беркетеүҙән, уларҙы төҙөгәндә инвалидтарҙы күҙ уңында тотоуҙан баш тартыусылар бар. Был осраҡта штраф ҡаралған, киләсәктә уның артыуы көтөлә. Әммә йәмғиәттең дөйөм ҡарашын үҙгәртмәй тороп, уларҙың хәле яҡшырмаясаҡ. Ниндәй генә шарттар тыуҙырылмаһын, кешенең иғтибарына, йылы һүҙенә бер ни ҙә етмәй.
– Беҙ имгәктәр түгел, һеҙҙең кеүек кешеләр. Беҙҙең дә ошо ерҙә тулы хоҡуҡлы булып йәшәге, эшләге килә. Шуны онотмаһындар ине, — тине Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең төбәк ойошмаһы рәйесе Олег Ротов, кәңәшмәлә сығыш яһап. Ирекһеҙҙән күҙгә йәш килтергән телмәр һәр кемде миһырбанлыҡ, йәшәү мәғәнәһе хаҡында уйландырмай ҡалмағандыр…


Вернуться назад