Алыпһатарҙарға ер бирелмәй20.07.2013
Өфөлә ер менән алыпһатарлыҡ итеүгә кәртә ҡуйылды. Башҡортостан Президенты ҡала ерен таратыуға хоҡуҡ һаҡлау органдарының иғтибарын күп тапҡыр йүнәлтте, ғәйеплеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы талап итте. Ҡайһы берәүҙәр ергә эйә булып, уларҙа төҙөлөш алып бармай, хаҡ артыуын көтә. Шул уҡ ваҡытта ҡала ҡаҙнаһы йөҙҙәрсә миллион, миллиард һум аҡсаны алып еткермәй. Ошоға бәйле енәйәт эштәре ҡуҙғатыла башланы.

Мәҫәлән, Өфө үҙәгендәге ер биләмәһен законһыҙ һатыу һөҙөмтәһендә урындағы бюджетҡа 110 миллион һумдан ашыу аҡса килеп етмәгән. Әле енәйәт эше ҡуҙғатылды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Прокуратураһының матбуғат хеҙмәтендә “Интерфакс-Волга буйы” агентлығына.
Прокурор тикшереүе ваҡытында 2011 йылда ҡала хакимиәте “Өфө уттары” күңел асыу комплексы хужаһы — “Шоу-Сервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә 10 мең квадрат метрҙан ашыу майҙан ер участкаһын ҡуртымға биреүе асыҡлана. Һуңыраҡ муниципалитет сауҙалашыуҙы ойоштормайынса, ошо участкаға 4,7 мең квадрат метр ерҙе ҡушып, фирмаға ҡуртымға тапшыра. Былтыр дөйөм майҙаны 14 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил иткән ер баҙарҙағынан 40 тапҡырға арзаныраҡ хаҡҡа “Класс менеджер-Өфө”, “Ресторан-сервис”, “Шоу-сервис”, “Офис-сервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәренә өлөшләтә дөйөм милеккә бирелә. Һуңыраҡ законһыҙ юл менән алынған ерҙең 4 мең квадрат метрын эшҡыуарҙар 10 миллион һумға — шәхси эшҡыуарға, ә ул, үҙ сиратында, уны отель төҙөү өсөн 57 миллион һумға Воронеж ойошмаһы — “Основа-Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә һата. Урындағы властың күсемһеҙ мөлкәтте законһыҙ таратыуы һөҙөмтәһендә ҡала ҡаҙнаһына 110 миллион һумдан ашыу зыян килә.
Ошо йәһәттән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов былай тине:
— Бөгөн ер участкаларын муниципаль милеккә кире ҡайтарыу йәһәтенән суд эше алып барыла. Ерҙе таратып ҡайһы берәүҙәр байтаҡ аҡса эшләгән, алыпһатарлыҡ, төҙөлөш менән шөғөлләнгән. Комплекс булырға тейешле урында йорт һалып, һатҡандар.
Әле йөҙҙән ашыу енәйәт эше ҡуҙғатылған, ә ундай участкалар һаны — 200 самаһы. Тәүге һөҙөмтәләр ҙә бар. Мәҫәлән, Төҙөүселәр урамындағы трамвай ҡулсаһы урынлашҡан ер муниципаль милеккә ҡайтарылды һәм 200 миллион һумлыҡ башланғыс хаҡ менән сауҙалашыуға ҡуйылды. Был — һуңғы тиҫтә йылда ҙур һәм әһәмиәтле ер биләмәһенең тәүге тапҡыр сауҙалашыуҙа һатылыуы. Унда торлаҡ комплексы һалынасаҡ. Һөҙөмтәлә ҡала үҙ ерендә аҡса эшләйәсәк, торлаҡ та төҙөләсәк.
Беҙ ерҙе бушлай йәки арзан хаҡҡа, әшнәлек буйынса таратыуҙы туҡтаттыҡ. Участкалары тартып алынған кешеләр яғынан әүҙем ҡаршылыҡ һиҙелә. Төрлө хаттар килә, ҡала власына баҫым яһау өсөн шикле структуралар йәлеп ителә. Беҙ сара күрәбеҙ. Мәсьәләне мотлаҡ хәл итәсәкбеҙ. Әле “Төҙөлөш комплексында асыҡ бизнес” тип аталған юлға баҫтыҡ. Ер конкурс нигеҙендә бирелергә, аукциондарҙа һатылырға, ҡала ҡаҙнаһына аҡса килергә, ул социаль һәм башҡа объекттар, дауаханалар төҙөүҙә файҙаланылырға тейеш. Шул саҡта ғына беҙҙә тәртип һәм үҫеш буласаҡ. Былтырға тиклем был тема болғансыҡ, енәйәти, намыҫһыҙ, коррупция йоғонтоһона бирелгән булып ҡалды. Әле унан ҡотолоп киләбеҙ. Был оҙайлы һәм ҡатмарлы эш. Ләкин беҙ бирешмәйбеҙ, сөнки сигенергә урын юҡ. Беҙгә кешеләр өсөн торлаҡ төҙөргә кәрәк.


Вернуться назад