Бөгөн ҡулдарына өлгөргәнлек аттестаты тотҡан уҡыусылар «ҡайҙа барырға» тип баш ватмай, сөнки Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса күңеленә оҡшаған бер нисә уҡыу йортон һайлай ала. Шулай ҙа уларҙың тыуған ерҙәренә яҡын белем усағына туҡталыуы көн кеүек асыҡ. Көньяҡ Уралдың баш ҡалаһына әүерелгән Сибай йәштәр өсөн мәғрифәт мәккәһенә әйләнде.
Бында уларҙың күбеһе Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында, Башҡорт дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалдарында юғары белем ала. Милли кадрҙар әҙерләүгә ҙур өлөш индергән Сибай институтын асылғандан алып 11 меңдән ашыу кеше тамамлаған. Уларҙың 80 проценттан ашыуы — башҡорт милләтенән. Ә инде ошоларға өҫтәп, тағы ла белем алыуҙың, нигеҙҙә, бюджет иҫәбенә — булыуын да өҫтәгәндә, көньяҡ-көнсығыш райондарҙағы йәштәр өсөн юғары белем алыу мөмкинлегенең ҙур икәнлеген асыҡ тойомларға мөмкин.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яңы уҡыу йылынан Сибай институтына республика бюджетынан аҡса бүленмәйәсәге, йәғни 200-гә яҡын урындың түләүле буласағы хаҡында хәбәр ителде. Әммә йәшәү кимәле лә, эш хаҡы ла аҙ булған төбәктә йәшәгән халыҡ балаларын түләп уҡыта алмаясаҡ. Күптәргә юғары уҡыу йорто ишеге асып инә алмаҫлыҡ кәртәгә әүерелеүе ихтимал.
Хәйер, ҡалын кеҫәлеләрҙең балалары үҙҙәре теләгән уҡыу йортон һайлаясаҡ, әлбиттә. Мал аҫрап, балаларын кәм-хур итмәй, һәүетемсә донъя көтөп, уларға белем бирергә ынтылған ата-әсә ғәзиздәренә юғары белем бирә аласаҡмы? Ошоға күңел әрнеп «Ни өсөн башҡалар, ә мин түгел?» тигән һорауҙың һәләкәткә килтереүе лә мөмкин.
Бөгөн Сибай институтында Рәсәй Хөкүмәте тарафынан раҫланған йыллыҡ түләү хаҡы — 60 мең һум. Ябай ауыл кешеһе өсөн был бик юғары хаҡ. Әгәр ауыл балаһының ошо аҡсаны туплай алмай, юғары уҡыу йортона инеү мөмкинлеге юҡ икән, тимәк, ҡайҙа барырға белмәй, училище йәки техникумды һайларға мәжбүр була. Мәктәптә яҡшы уҡыһа ла, күңеленә оҡшамаған һөнәр алып, яратмаған эшен башҡарырға тура киләсәк уға. Артабан юғары белем алырға теләге лә булмаясаҡ. Кемгәлер ялланып йәки ситтән килгәндәргә сауҙа эшендә булышасағы ла көн кеүек асыҡ.
Бөгөн хеҙмәт баҙарында йәштәр өсөн юғары белем һәм хеҙмәт стажы тәү сиратҡа ҡуйыла икән, урта белемлеләрҙең үҙ һөнәре буйынса эш таба аласағы икеле. Әгәр хәл был юҫыҡта дауам итһә, яҡын осорҙа белемһеҙ йәштәр күбәйәсәк, тотош быуын юғары белемдән мәхрүм ҡаласаҡ. Бигерәк тә башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктә был хәл киҫкен тора.
Рәсәйҙә белем алыу бушлай тип әйтергә яратһаҡ та, төптән уйлағанда, һис улай түгел. Ата-әсә мәктәптә уҡыусы балалары өсөн әллә күпме китап, дәреслек һатып ала. Уларҙы эҙләп ҡайҙа ғына бармайҙар, хаҡына ҡарамай, мотлаҡ алырға тырышалар. Мәҫәлән, күп кенә мәктәп китапханаларында өр-яңы уҡыу әсбаптары туҙанға батып ята. Ни өсөнмө? Яуап бер: дәрестәр яңы авторҙарҙың китабы буйынса уҡытыла.
Мәғариф өлкәһендә барған ҡулайлаштырыу шауҡымы ауылдарҙа мәктәптәрҙе ябыуға, уҡытыусыларҙы ҡыҫҡартыуға ғына ҡайтып ҡалманы, мегаполистарҙа урынлашҡан юғары уҡыу йорттарына ла килеп етте. Миллиард һумдар түгеп, күңел асыу, сауҙа үҙәктәре төҙөлөштәренә аҡса йәлләмәйбеҙ, ә 200 урынды тәьмин итеү өсөн республика ҡаҙнаһынан ни бары 3 миллион 600 мең һумды таба алмай зар илайбыҙ.
Булыр илдең балаһы бер-береһен батыр, белемле тиер, бөлөр илдең балаһы бер-береһен бахыр, белемһеҙ тиер...