Ҡотлайбыҙ!20.07.2013
Ҡотлайбыҙ!Халҡыбыҙҙың күренекле улы, билдәле ғалим-этнограф, тарих фәндәре кандидаты Мирза Ғизетдин улы Муллағолов үҙенең 75 йәшлек юбилейын билдәләй.
Мирза Ғизетдин улы үҙен тынғыһыҙ һәм эҙләнеүсән ғалим, оло йөрәкле кеше, иғтибарлы ғаилә башлығы итеп танытты. Белемгә ынтылышы көслө булғанғалыр, ул бала сағында Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылынан 40 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Темәскә йәйәү йөрөп ғилем эстәһә, аҙаҡ ғалим-этнограф булараҡ республикабыҙҙың һәр төбәгендә тиерлек фәнни экспедицияларҙа ҡатнашты. Уның эштәре йәмәғәтселек тарафынан юғары баһаға лайыҡ булды. Бөгөн дә ул йәштәргә генә хас дәртен һәм тынғыһыҙлығын юғалтмаған: һәр ваҡыт эш өҫтөндә.
Хөрмәтле Мирза Ғизетдин улы! Һеҙ тормошоғоҙҙоң сираттағы дәүеренә аяҡ баҫтығыҙ. Йылдар дауамында тарихсы булараҡ башҡарған эштәрегеҙҙең халҡыбыҙ өсөн әһәмиәте иҫ киткес ҙур. Һеҙгә ошо матур көндә ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә бәхете һәм именлеге, оҙон ғүмер һәм, әлбиттә, фән өлкәһендә янынан-яңы уңыштар теләйбеҙ. Һеҙҙең кеүек оло йөрәкле кешенең һәм билдәле ғалимдың Бөрйәндән сығыуы — беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ!
Эй, тынғыһыҙ
һеҙҙең тормош юлы! –
Ҡайһы тарафтарға
илтмәне!
Тарих төпкөлөнән
серҙәр эҙләү
Һеҙгә ҡеүәт,
көс-дәрт өҫтәне!
Шуға ла һеҙ һаман
йәш һәм дәртле,
Заман менән йәнәш барағыҙ!
Йәш быуынға
тарих серен асып,
Киләсәккә юлдар ярағыҙ!!!

Бөтөн яҡташтары исеменән оло ихтирам менән –
Рәшит Зәйнуллин.

* * *
Туймазы районының Бишҡурай ауылында тыуып, Нефтекама ҡалаһында йәшәгән Рәзит Ғилметдин улы Шәрифуллинды 60 йәше айҡанлы ихлас ҡотлайбыҙ.
Ерҙәге иң тыныс һәм кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһен һайлап, ул төрлө төҙөлөш ойошмаларында уңышлы эшләне, бөгөн “Нефтекамаводоканал” предприятиеһында хеҙмәтен дауам итә.
Рәзит туған! Һиңә ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Бар ниәттәрең тормошҡа ашһын. Хәләл ефетең Фәниә апай менән муллыҡта, тигеҙлектә һәм татыулыҡта тағы ла күп йылдар бергә ғүмер итегеҙ. Алдағы юбилейҙарҙы ла бергә ҡаршыларға яҙһын!
Һәр яңы көн
бәхет алып килһен,
Алһыу таңдар күмһен
шатлыҡҡа.
Йәшәү дәрте янһын
йөрәгеңдә,
Ҡартайырға бер ҙә ашыҡма.

Изге теләктәр менән Зәйтүнә һәм Ансар Нуретдиновтар.


Вернуться назад