Йылмайып көлөп кенә20.07.2013
Алдынғы ҡарашлы ғаилә башлығы ял урынына тура бармай. Ҡатынына, балаларына тағы ла нимәне онотҡанын иҫенә төшөрөп, йәшәгән кварталы буйлап 15 минут әйләнеп йөрөй.

• • •
— Һин быйыл ҡайҙа ял итергә булдың?
— Үҙемдең бюджетты баһалағандан һуң, мин арымағанмын тигән ҡарарға килдем.

• • •
— Беҙ яңыраҡ тауға күтәрелдек. Шашлыҡ бешерәйек тигәйнек, усаҡты тоҡандыра алманыҡ.
— Ә-ә-ә, бәлки, бик ныҡ өҫкә менгәнһегеҙҙер, һауа етмәгәндер.
— Һин ишеттеңме, аҡыллы кешеләр нимә ти?! Һауа етмәгән! Ә һин тутыйғош кеүек, утын кәрәк, утын кәрәк, тип һөйләнәһең.

• • •
Йәйҙе, диңгеҙҙе һағындығыҙмы? Ҡайнап торған сәйнүк янына ел өрҙөргөс ҡуйығыҙ ҙа уның елен үҙегеҙгә ҡарай йүнәлтегеҙ. Ә ҡатынығыҙҙың ҡысҡырыуы аҡсарлаҡтар тауышын алыштырыр.

• • •
Бөгөн өйҙә диванда ятып ҡына осһоҙға ял итеп була.

• • •
Отпускыла үҙебеҙҙең олигархтар кеүек ял итеп ҡараным... 15 минуттан һуң аҡса бөттө.
• • •
Дүрт ҡатын шифаханала өҫтәл янында ултыра.
— Эх! — тип көрһөнә береһе.
— Ох! — тип яуап бирә икенсеһе.
— М-да! — тип ҡушыла өсөнсөһө.
Дүртенсеһе ҡапыл һикереп тора ла:
— Отпускыла, исмаһам, ирҙәрегеҙҙе тикшермәһәгеҙ була бит?! — ти, асыуланып.

• • •
— Минең отпуск һорап яҙған ғаризаға ҡул ҡуйығыҙ әле...
— Эштә ҡапыл кәрәк булһағыҙ?
— Ул саҡта миңә СМС менән хәбәр ебәрегеҙ, ҡайтҡас, мотлаҡ уҡырмын.


Вернуться назад