"Бешеный һарыҡ ашаусы"20.07.2013
Был хәл бынан дүрт йыл элек булды.
Йәй уртаһы. Ул саҡта ауыл халҡының һарыҡ-кәзәһен Ҡумыҙный тигән урында ятып көтә торғайнылар. Бер мәл һарыҡтарға бүре һөжүм иткән. Шул саҡта беҙҙең һарыҡ кәртә аша һикергәндә мөгөҙөн һындырған. Ҡанһырап торған бәрәнде көтөүсе ауылға алып ҡайтҡан, башҡа әмәл юҡ, тегене һуйырға булғандар.
Шул мәл Мәскәү туристары шашлыҡ өсөн һарыҡ эҙләп йөрөгән. Әсәйем уны тегеләргә тәҡдим итергә булды.
Һарыҡты күрһәтергә тип, туристарҙы кәртә янына саҡырҙы. Уның башындағы яра менән ҡыҙыҡһына баш ҡала ҡунаҡтары. Әсәйем ярым урыҫса, ярым башҡортса тегеләргә һарыҡ башына төшкән бәләне аңлата.
— А волк был бешеный? — тип ныҡышты берәүһе.
Һарығын тиҙерәк һатып ебәрергә тырышҡан әсәйем һорауға иғтибар итеп тормай: "Да, да, бешеный был, бешеный", — тип яуап бирҙе.
Ә беҙ, әсәйҙең дөрөҫ яуап бирмәүен тиҙ генә аңлап ҡалып, туристарға һарыҡтың тиктормаҫ булыуын, осоп-төшөп тороуын төшөндөрҙөк. Былай һарыҡты уңышлы ғына һатып ебәрҙек. Әсәйҙең "Да, да, бешеный был, бешеный" тигәнен әле лә иҫкә төшөрөп, көлөп алабыҙ.