Берәүҙәр Мысырға ынтыла, икенселәр — Тоҙлокүлгә20.07.2013
Берәүҙәр Мысырға ынтыла, икенселәр — ТоҙлокүлгәТормошҡа зарланһаҡ та, халыҡ яңынан-яңы автотранспорт һатып ала, сит илгә ял итергә бара, сәйәхәт ҡылыусылар ҙа күбәйә. Ә ял мәле — йәй. Гәзит уҡыусыларыбыҙға "Һеҙ ҡайҙа ял итәһегеҙ?" тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Башҡортостандың халыҡ артисы Роза АҠКУЧУКОВА:
— Хаҡлы ялға сыҡһам да, эшләйем. Әле минең өсөн донъялағы иң матур ер һаналған Белорет районының Абҙаҡ ауылында ял итәм. Ниндәй генә шифаханаға барһам да, сит илгә сыҡһам да, өс көндән артыҡ тора алмайым. Бушлай юллама тәҡдим иттеләр, барманым. Утыҙ йылдан ашыу ил гиҙеп йөрөнөм, әммә иң матуры — Башҡортостан. Беҙҙең республиканың кешеләре лә һәйбәт. Диңгеҙ тиҙәр, ә беҙҙәге Тоҙлокүл диңгеҙҙән бер ҙә ҡалышмай. Былтыр Тоҙлокүлдә ял иткәндә, Мәскәү кешеһе менән аралаштым, ул коляскала йөрөй ине, Хоҙайҙың хикмәте — үҙ аяғына баҫып ҡайтҡан. Быйыл тағы ла килгән. Туғандарым менән Тоҙлокүлгә йөрөп дауаланырға уй бар. Ғөмүмән, шифаханаларыбыҙҙа барлыҡ сирҙәрҙән дә дауа табырға була. Үҙебеҙҙәге бөтә байлыҡты һаҡлап, ғорурланып ҡына йәшә. Әйткәндәй, хәҙер сит илгә сығыуы ла ҡурҡыныс, шуға ул турала уйламайым да.
Архангел районы "Инйәр" гәзитенең баш мөхәррире Гөлшат ЗАКИРОВА:
— Ял итергә ваҡыт юҡ. Шәмбе, йәкшәмбе көндәрен ғаилә менән үткәрергә тырышабыҙ. Былтыр был мәлдә ремонт яһаныҡ. Быйыл, көҙ һайлау үтеүенә бәйле, йәй ял итеп булмаҫ. Һайлауҙан һуң ирем менән берәй ерҙә ял итеп ҡайтырмын тип уйлайым. Сит илгә сыҡҡаныбыҙ юҡ.
Учалы районынан уҡытыусы Эльвира ҠУЖАҠОВА:
— Ауыл кешеһенә ял юҡ инде ул. Әле бесән әҙерләйбеҙ. Буш саҡта ремонт менән булашабыҙ, емеш-еләк йыябыҙ. Сит илгә түгел, туғандарға барып ҡайтырға ла ваҡыт ҡалмай.
Башҡортостандың халыҡ артисы Радик ВӘЛМӨХӘМӘТОВ:
— Артистарҙың ялы августа, әммә ғаиләм менән "Әбйәлилдә ҡунаҡта" программаһы буйынса гастролгә сығырға уйлайым. Беҙҙең менән сәфәрҙә ҡустым, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рушан Биктимеров та ҡатнаша. Көндөҙ һыу инеп ял итербеҙ, ә кис әбйәлилдәрҙе йыр-моң менән ҡыуандырырбыҙ, тибеҙ. Ваҡыт ҡалһа, сит илгә сығырға ла иҫәп бар.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Венер СӨНӘҒӘТОВ:
— Беҙҙең ял ни бары 28 көн, ул ауылда әсәйгә, туғандарға бесән әҙерләп, ярҙам итеп үтеп китә. Әлегә ситкә сығып ял итеү форсаты теймәне. Һәр кем кеҫәһенә, мөмкинлегенә ҡарап "юрғанын һуҙа", шул иҫәптән ял да итә инде. Ваҡыты еткәс, беҙ ҙә балалар менән сит тарафтарға сығып, донъя күреп ҡайтырбыҙ әле.

* * *
Күреүебеҙсә, һәр кемгә лә рәхәтләнеп ял итеү тәтемәй. Шулай ҙа шифаханаларҙа дауаланыусылар йылдан-йыл арта.
Республика ял йорттарына күберәк кемдәр барыуы менән ҡыҙыҡһынып, "Красноусол", "Асы" шифаханалары менән бәйләнешкә индек.
— "Красноусол"да былтыр 20 332 кеше ял итте. Октябргә тиклем юлламалар һатылған. Хәҙер күптәр уны 14 көнгә ала. Ял итеүселәрҙең 60-70 проценты — республика халҡы, ҡалғаны — башҡа төбәктәрҙән һәм сит илдәрҙән. Италиянан, Германиянан, Франциянан килеүселәр бар, Ҡаҙағстандан да юлды һыуытмайҙар. Рәсәй космонавтары ла һаулығын нығыта, — тине шифахананың реклама һәм мәғлүмәт бүлеге белгесе Лилиә ИСХАҠОВА.
"Асы" шифаханаһы директоры урынбаҫары Рәйес НИЗАМЕТДИНОВ түбәндәгеләрҙе һөйләне:
— 2011 йыл менән сағыштырғанда, былтыр шифахана ял итеүселәр менән 115 процентҡа тулыланды, йәғни 7 меңгә яҡын кеше һаулығын нығытты. Был һанды шартлыса тип әйтергә мөмкин, сөнки һауыҡтырыу курсының ваҡыты төрлөсә. Әле дауаланыусылар һаны 130 проценттан күберәк. Уларҙың 40 проценты — Өфөнән, 10-15 проценты — Силәбе өлкәһенән, 5 проценты — Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән, ә ҡалғандары — республика райондарынан. Сит илдән бик һирәк киләләр.
Себерҙә йәшәүселәр элек Кавказда ял итһә, хәҙер йәй беҙҙең шифахананы һайлайҙар. Һуңғы йылдарҙа ауылдарҙан ял итергә килеүсе пенсионерҙар артты. Хәҙер изге йола барлыҡҡа килде: балалары ата-әсәһенең тыуған көнөнә юллама бүләк итә.
Сит илдәргә сығып ял итеүселәргә ыңғай ҡараштамын, донъя күреп ҡайтырға мөмкин. Әммә дауаланыу өсөн үҙебеҙҙең шифаханаларҙы һайлау отошлораҡ, тип иҫәпләйем. Беҙ ял итергә килеүселәргә анкета тәҡдим итәбеҙ. Унда "Асы" шифаханаһы тураһында ҡайҙан белдең?" тигән һорау бар. Яуаптарға анализ яһағандан һуң, түбәндәгеләр асыҡланды: күпселек тәүҙәрәк телевизор аша мәғлүмәт алған, һуңынан Интернеттан, таныштарының, туғандарының тәҡдиме менән килеүселәр һаны ла артҡан.

* * *
Хәҙер тәбиғәт ҡосағында ял итеүселәр етерлек. Уларҙы "ҡырағай туристар" тип тә атайҙар. Шул уҡ ваҡытта һуңғы йылдарҙа Башҡортостандың гүзәллеген күрһәтеүсе, тәбиғәт шарттарында ял итеүҙе ойоштороусы, агротуризм йүнәлешендә эшләүсе базалар, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ла үҫешә башланы. Был, минеңсә, бик ыңғай күренеш. Республикала ял итеүҙе ойоштороусы ойошмаларҙың береһе — "Роза ветров" фирмаһы директоры Юлиә СӘЙҒӘФӘРОВА Башҡортостан халҡының ҡайҙа ял итеүҙе хуп күреүе тураһында былай тине:
— Республикаға Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларынан киләләр. Германия, Франция, Португалия, Швеция һәм Англиянан да туристар бар. Турҙарҙың ваҡыты төрлөсә. Урындағы туристар ике-өс көнлөк ялды һайлай. Элек ял итеүселәр үҙаллы, әүҙем йәшәү рәүешенә ынтылһа, хәҙер ут яғыу, палатка ҡороу кеүек эштәрҙе атҡарырға иренә, бөтәһе лә әҙергә өйрәнгән. Йыл һайын беҙҙең фирма аша 3,5-6 мең самаһы кеше ял итә. Республикаға килеүсе туристар һаны арта.
Сит илдәрҙә ял итеүҙе ойоштороусы фирмалар ҙа күп. Шуларҙың береһе — "Крекс" турист фирмаһы. Бүлек начальнигы Ольга СНЕГИРЕВА түбәндәге мәғлүмәт менән уртаҡлашты:
— Башҡортостан халҡы күберәк Төркиәне, Грецияны, Кипрҙы, Болгарияны, Краснодар крайын һайлай. Мысырҙа ял итергә теләүселәр ҙә бар, әммә беҙ, ундағы сәйәси хәлдәргә бәйле, икенсе илдәргә турҙар алырға кәңәш итәбеҙ. Һуңғы ваҡытта Черногорияға, Италияға, Испанияға, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә, Вьетнамға, Таиландҡа барырға теләүселәр ҙә арта.

* * *
Ысынлап та, бөгөн сикләүҙәр юҡ, мөмкинлегең булһа — рәхим ит. Республикабыҙҙың иң билдәле шифаханаларында дауаланыуҙың бер көнө өсөн хаҡ 1750 һумдан башлана һәм бүлмәләрҙең класына ҡарап — арта. Сағыштырыу өсөн иҫәпләп ҡарайыҡ: иң түбән хаҡ менән 14 көнгә юллама һатып алһаҡ, ул беҙҙең кеҫә өсөн 24 500 һумға төшәсәк. Өфөләге бер турфирмаға шылтыратып, Төркиәгә иң осһоҙ юлламаның хаҡы менән ҡыҙыҡһындыҡ — 13 көнгә бер кешегә 35 000 һумға тура килә. Тимәк, сит илдә ял итеү осһоҙ тигән һүҙҙәр ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: кешеләр сит илгә донъя күрергә сыға, ә беҙҙең шифаханаларҙа сифатлы, һөҙөмтәле дауа тәҡдим ителә.


Вернуться назад