Кеҫәңдә паспортың булһын20.07.2013
Кеҫәңдә паспортың булһынПутевка алыу ғына сит илгә сығыуҙы аңлатмай әле, документтарҙы ла йүнләргә кәрәк. Ошо хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт алыу маҡсатында Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы сит ил паспорты биреү бүлеге начальнигы Нәзиф НАЗАРОВ менән әңгәмәләштек.

— Нәзиф Наил улы, сит илгә сығырға теләүселәргә әҙерлекте нимәнән башларға кәңәш итер инегеҙ?
— Тәү сиратта сит ил паспортын алһындар йәки ғәмәлдән сыҡҡанын алыштырһындар. Быны алдан уҡ хәстәрләргә кәрәк, сөнки хәҙер паспорт алыу өсөн халыҡ йәй миҙгелендә генә түгел, ә ҡыш та күп мөрәжәғәт итә.
— Уны алыу тәртибе менән дә таныштырып үтһәгеҙ ине...
— Паспорт әҙерләү өсөн бер ай ваҡыт бирелә. Республикабыҙҙың ҡалаларындағы миграция бүлектәренә лә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Элек ата-әсә балаларын сит илгә алып сығырға теләһә, ололарҙың паспортына балаларҙың фотоһы йәбештерелә лә шуның менән эш бөтә ине. Хәҙер талаптар икенсе: балаға айырым паспорт алырға кәрәк. Шуныһы ҡыҙыҡ: Рәсәй паспорты 14 йәштән бирелә, ә сит ил паспортын яңы тыуған сабыйға ла алырға мөмкин.
Сит ил паспорттарының ике төрө бар: биш һәм ун йылға бирелгәне. Ун йылға бирелгәне "биометрик паспорт" тип атала, уны пластик материалдан Мәскәүҙә "Госзнак"та эшләйҙәр. Биометрик паспорт менән таможняны үтеүе тиҙ, уңайлы. Күп илдәр тулыһынса биометрик паспортҡа күскән. Биш йылға сит ил паспортын алыу өсөн ололарҙан дүрт фото һәм ике ғариза талап ителә, ә бәлиғ булмағандарға ике фото менән бер анкета тултырырға кәрәк. Паспорттың, балаларҙың тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтың төп нөсхәһе һәм күсермәһе кәрәк. Паспортты алырға килгән саҡта үрҙә әйтеп үтелгән документтарҙы үҙегеҙ менән алыу мотлаҡ, сөнки уларға сит ил паспорттары бирелеүе тураһында мисәт ҡуйыла. Ун йылға бирелгән паспортҡа эшләгән йәки уҡыған урындан мисәт һуҡтырырға кәрәк, бер ҡайҙа ла эшләмәүселәрҙең паспортына миграция хеҙмәтендә мисәт һуғыла. Паспорттың ваҡыты сыҡҡанын көтөргә кәрәкмәй, алдан уҡ уны алыштырыу сараһын күрә башларға кәңәш ителә. Тулы мәғлүмәтте Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы сайтынан алырға мөмкин.
— Кемдәргә сит илгә сығыу тыйыла?
— Рәсәй закондарына ярашлы, бөтә граждандарға ла сит илгә сығыу рөхсәт ителмәй. Ул категорияға дәүләт серен белеүселәр, хөкөм ителгән һәм язаһын үтәмәгәндәр, Хөкүмәт һәм бүтән кешеләр алдында бурыстары булғандар, енәйәт эше ҡуҙғатылғандар ҡарай. Суд менән бирелгән яза үтәлһә, бурыстарын түләү тураһында документ алып килһәләр, сикләү алына. Ҡайһы берәүҙәр анкетала ялған мәғлүмәт бирә, әлбиттә, мутлыҡ барыбер асыҡлана, һәм уларға паспорт бирелмәй. Армияла хеҙмәт итмәгән 18-27 йәшлек егеттәр буйынса Хәрби комиссариатка һорау ебәрәбеҙ. Хәрби билеттары булғандарға сикләү юҡ.
— Сит ил паспортын алырға теләүселәр күпме?
— 2012 йылда 112 мең паспорт бирелһә, 2013 йылдың алты айында был һан былтырғы кимәлгә етте, йәғни 110 мең кеше мөрәжәғәт итте. Беҙҙең бүлеккә көнөнә 2500-ҙән ашыу кеше килә, был норманан өс тапҡырға артыҡ. Шулай булһа ла, хеҙмәткәрҙәр үҙ бурыстарын яҡшы үтәй.


Вернуться назад