ДӘРТЛЕ ДАРМАНЫН ТАБЫР19.07.2013
ДӘРТЛЕ ДАРМАНЫН ТАБЫР...Бер әбейҙең сүплеккә ниндәйҙер әйбер сығарыуын күреп, шунда үтеп барған бер олпат ҡына ир-егет уның нимә һәм ниңә ташлауы менән ҡыҙыҡһына. “Атайым менән әсәйем йәш саҡтарында уҡ һатып алған был көҙгө аҫтын, мин сабый ғына инем әле, иҫкереп, туҙып бөткән инде, күптән ташларға ваҡыт, ҡомартҡы булғас, йәлләп йөрөнөм”, — тип ихлас һөйләп бирә боронғо әйбер хужабикәһе. “Ташламағыҙ, зинһар, миңә һатығыҙ”, — тип үтенә ир кеше. “Һатмайым, кәрәк булһа, былай ғына ал”, — була әбейҙең яуабы...

Атанан күргән уҡ юна

Әле шул әйбер — Бөрө ҡалаһында йәшәүсе ирле-ҡатынлы Раиса менән Сергей Лыгиндарҙың йорттары түрендә. Дөрөҫ, оҫта ҡулдар уны танымаҫлыҡ рәүешкә индереп, бай һәм сифатлы йыһазға әүерелдергән. Шундай уҡ “яҙмышлы” боронғо данлыҡлы Вена өҫтәле лә оло йәм, бик күркәм булып, зал уртаһында урын алған. “Мин иҫ китмәле гүзәл тәбиғәтле Бөрйәндә, Иҫке Собханғол ауылында тыуып үҫтем, – ти Сергей Александрович. – Ағасты яратырға, уның сихри, мөғжизәле көсөн бар булмышым менән тойомларға, уны эшкәртергә атайым өйрәтте. Үҙе шофер, механик булып эшләне. Буш сәғәттәрендә ағас менән ихлас булышты. Мине лә, ете генә йәшемдә, 8 Мартҡа әсәйемә бүләк булыр тип, һүрәт рамаһы эшләргә ултыртты. Ул әҙер булғас, ДӘРТЛЕ ДАРМАНЫН ТАБЫРкүккә сөйөп маҡтаны”. Атанан күргән уҡ юнған, тиҙәр. Тәүҙә Бөрө педагогия институтын, артабан Ленинград политехник институтында аспирантура тамамлаған, технология институтында кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаған һәм бына өс тиҫтә йылдан ашыу Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында химия фәненән уҡытҡан (бер нисә йыл декан вазифаһын да биләгән) Сергей Лыгин да, көн һайын тип әйтерлек, яратҡан эшенән ҡайтып кергәс тә, күңеле ятҡан шөғөлгә тотона. Пианино, телевизор, компьютерҙан тыш, бөтә йорт йыһаздарын – диван-карауаттарын, өҫтәл-ултырғыстарын, шкафтарын үҙ ҡулдары менән яһаған. Өс ҡатлы йорто ла – ҡаланың матур бер биҙәге. Беренсе ҡатында аш бүлмәһе менән зал, икенсеһендә – йоҡо бүлмәләре, өсөнсөһөндә иһә — иҫ китмәле шәп китапхана. Ағас эшкәртеү менән хужа әлегә беренсе ҡатта шөғөлләнә. Нимә генә юҡ бында! Ҡотҡарыусы Христос сиркәүе макеты хайран ҡалдыра. Матур-матур вазалар, семәрләп-һырлап яһалған үҙенсәлекле ҡумталар, шәм аҫтары, төрлө ҙурлыҡтағы мискәләр һәм башҡа бихисап зауыҡлы әйбер күҙҙәрҙе ҡамаштыра.
“Паллада” карабы ҡойоп ҡуйғандай. Бөтә был әйберҙәрҙе киләсәктә Лыгиндар йорттарының иҙән аҫтында иркен итеп төҙөй башлаған айырым бүлмәләрендә һаҡламаҡсы, подвалда улар оҫтахана һәм хатта махсус музей ойоштормаҡсы. Яратҡан шөғөлөнән Сергей Лыгинды хатта ниндәйҙер фажиғәнән һуң бер ҡулының баш бармағын юғалтыу ҙа биҙҙермәй. Эшләгән әйберҙәрен байтаҡ аҡсаға һатып алырға теләүселәр күп булһа ла, ризалашмай, сөнки оҫтаға уларҙың һәр ҡайһыһы ҡәҙерле. Ниһайәт, милләте буйынса урыҫ кешеһе Сергей Лыгиндың шул тиклем таҙа һәм матур итеп башҡортса һөйләшеүе, башҡорт әҙәбиәтен һәм мәҙәниәтен яҡшы белеүе лә ихтирамға лайыҡ. Әле Себерҙә эшләп йөрөгән улдары Алексейҙың, бала сағында атаһы менән Бөрйәнгә ҡайтып йөрөп килгәс, әсәһенә: “Атайым башҡорт икән дә!” – тип аптырап әйтеүе хаҡында Лыгиндар әле булһа йылмайып иҫкә ала. Яңыраҡ экология мәсьәләләре буйынса радио тапшырыуындағы уның тәрән йөкмәткеле һәм бер ниндәй акцентһыҙ башҡортса әңгәмәһе иһә милләттәштәребеҙҙең байтағына фәһем булды.

Йәмлелек – йән аҙығы

Сергей Лыгиндың йәшләй генә яратып өйләнгән, 33 йыл татыу, бәхетле ғүмер кисергән ҡатыны Раиса Ивановна ла БДУ филиалында уҡытыусы, биология фәнен алып бара. Ғаилә башлығыныҡы кеүек үк, уның да, күңелен биреп башҡарған эшенән тыш, йөрәгенә хуш килгән шөғөлө бар. Кистәрен ағас эше менән мауыҡҡан тормош юлдашы эргәһенә яйлы ғына итеп ултырып ала ла ҡулына сигеүҙәрен тота. Ҡотҡарыусы Христос сиркәүе уның туҡымаһында ла күҙҙең яуын алырлыҡ. Ошо эше генә түгел, башҡа бик күптәре лә ҡайһы бер билдәле рәссамдарҙың әҫәрҙәренән һис кәм түгел тип әйтеү ҙә хәҡиҡәткә хилафлыҡ ҡылыу булмаҫтыр. “Хеҙмәт юлымды ҡалалағы балалар баҡсаһының береһендә — “Ҡояшҡай”ҙа тәрбиәсе булып башланым, – ти Раиса Лыгина. – Мөдиребеҙ Вәсилә Хәлим ҡыҙы Трапезникова, бәләкәстәрҙе, үҙ эшен ифрат яратҡан тәрән белемле һәм кеше күңелле ханым, бала үҫтергән ата-әсәгә йорт-ҡураһының ялтлап тороуына, һәр әйберҙе таҫлап кәштәләргә теҙеүгә ҡарағанда сабыйҙарына иғтибар бүлеү, уларға китап уҡыу, бергәләшеп һүрәт төшөрөү, төрлө ҡул эштәре менән шөғөлләнеү күпкә әһәмиәтлерәк, тип һеңдерә ине”. Әйткәндәй, Лыгиндарҙың ете йәшлек яратҡан ейәндәре Дмитрий ҙа олатаһы менән йәнәш ағас юна, һырлап семәрләй. Ә ата-әсәһе кеүек үк БДУ филиалында эшләгән ҡыҙҙары Еленаның, ул биология һәм экология белгесе, яратҡан шөғөлө төп һөнәренә яҡын: йыл әйләнәһенә – йортта, яҙҙан алып көҙгә тиклем өй тирәләй урынлашҡан ун сутый ерҙә гөл-сәскәләр, еләк-емеш, йәшелсә үҫтерә ул. Лыгиндарҙың үҙенсәлекле дендрарийға торошло баҡсаһын йәмле йәйҙә барса Бөрө халҡы яратып тамаша ҡыла. “Беҙҙең консерва заводыбыҙ”, – тип ҡыҙының арҡаһынан тупылдатып һөйә Раиса Ивановна, Елена баҡсаларында үҫтергән йәшелсә, еләк-емештән әҙерләнгән банкаларҙы өҫтәлгә теҙә-теҙә. Дөйөмләштереп әйткәндә, йәмлелек – йән аҙығы, тип матурлыҡ булдырыуҙан йәм табып йәшәй был ғәмле, дәртле ғаилә. Халҡыбыҙҙың “Дәртле дарманын табыр” тигән әйтеме нәҡ Лыгиндар кеүек кешеләр хаҡындалыр.


Вернуться назад