26 декабрь — 1 ғинуарға йондоҙнамә24.12.2011
Йылдың һуңғы аҙнаһы көсөргәнешле булмаҡсы. Күберәк өлгөрөргә тырышып, юлығыҙҙа ҡамасау булырҙай кешеләрҙе этеп-төртөп тигәндәй, алға ынтылырһығыҙ. Ысынбарлыҡта иһә, башҡа дәғүәселәр ҙә маҡсатына ашҡына, һеҙ ҙә улар өсөн – ҡаршылыҡ. Аҙна уртаһында көсөргәнешлек кәмер, ниндәй мәсьәләне хәл итергә, ә ҡайһыһын ҡалдырып торорға икәнлеге асыҡланыр. Профессиональ өлкәлә бәхәстәр күп булыр.
Дүшәмбе – әүҙем көн. Әммә дәрт-дарманығыҙҙы яңы башланғыс өсөн сарыфламағыҙ, эшегеҙҙе дауам итегеҙ. Шишәмбе документтарға ҡул ҡуйыуҙан баш тартығыҙ. Көндәлек мәшәҡәттәр еңел хәл ителер. Шаршамбы көтөлмәгән хәлдәрҙән шаңҡып ҡалырһығыҙ, уларҙың тәьҫиренә бирелерһегеҙ. Кесе йомала әллә ни көс түгергә тырышмағыҙ – барыбер һөҙөмтә иҫ китерлек булмаҫ. Йома хис-тойғоларға бай. Был хәлдә эшлекле мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкинме һуң?
Ҡуҙы
(21.03 – 20.04)
Һеҙҙән торған барлыҡ ғәмәлдәрҙе лә атҡарҙығыҙ икән, тимәк, был көндәрҙә ял итергә, һөҙөмтәгә шатланырға мөмкин.
Буға
(21.04 – 21.05)
Был аҙнала бер нәмә лә үҙенән-үҙе хәл ителмәҫ: тырышырға, көс түгергә тура киләсәк. Был бигерәк тә шәхси тормошҡа ҡағыла.
Игеҙәктәр
(22.05 – 21.06)
Сәйәхәткә йыйынғанһығыҙ икән, бик ныҡ һаҡ булыу зарур. Матди йәһәттән унышлы көндәр.
Ҡыҫала
(22.06 – 23.07)
Бер ғәмәл дә туранан-тура хәл ителмәҫ, урау юлдар үтергә тура килер. Иң мөһиме – ғәҙел булығыҙ: үҙегеҙ һәм башҡалар менән дә.
Арыҫлан
(24.07 – 23.08)
Финанс мәсьәләләре хәл ителер, тип өмөтләнмәгеҙ. Ғаиләгә килгәндә, ваҡиғалар уртаһында булығыҙ.
Ҡыҙ
(24.08 – 23.09)
Әүҙем позицияла булыуығыҙға ҡарамаҫтан, йылдың һуңғы аҙнаһы бизнес-проекттар өсөн уңышлы түгел.
Үлсәү
(24.09 – 23.10)
Шундай уңышлы көндәр! Барыһы ла һеҙ теләгәнсә барыр. Хатта ҡаршылыҡтар тыуған осраҡта ла, һөҙөмтә һеҙ көткәнсә булыр.
Саян
(24.10 –22.11)
Үҙ-үҙегеҙҙе ҡулда тотоғоҙ. Артыҡ ғәмәлдәрҙән баш тартығыҙ. Шәхси тормошҡа килгәндә, һөйгәнегеҙ менән бәхәсләшмәүегеҙ отошло.
Уҡсы
(23.11 – 21.12)
Һеҙҙең девиз түбәндәгесә яңғырар: ярамаһа ла, бик теләйһең икән, тимәк, мөмкин. Ысынбарлыҡта иһә ярамай икән – ярамай.
Ылаҡ
(22.12 – 20.01)
Һеҙҙең хәлегеҙ эргәгеҙҙәге кешеләргә һәм улар тыуҙырған хәл-ваҡиғаларға бәйле буласаҡ.
Һыуғояр
(21.01 – 19.02)
Шәхси тормошта ла, профессиональ өлкәлә лә һеҙҙе бүләктәр көтә. Ә һаулыҡ менән шаярырға ярамай. Тамағығыҙҙы һаҡлағыҙ.
Балыҡ
(20.02 – 20.03)
Профессиональ мәсьәләләрҙе был аҙнала икенсе планға күсереп торорға була: ҡатмарлы мәлдәр күп, был көндәрҙә уларҙы барыбер йырып сыға алмаясаҡһығыҙ.
Өмөтбикә.