Енәйәт һәм яза19.07.2013
“Ҡара риэлтор”ға ҡара көндәр еткән
Ошо көндәрҙә Архангел районында хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре хөкөм язаһынан ҡасып йөрөгән “ҡара риэлтор”ҙы ҡулға алған. 29 йәшлек Өфө егете бөтөн республика буйынса торлаҡ һатыу менән шөғөлләнгән. Үҙенең исеменә күсемһеҙ милек агентлығы асып, документтар юллап, райондарҙа эш итеүҙе хуп күргән. Ауыл кешеһенең ышанысына инеүе еңелерәк булған, ахыры.
Ҡасып ятҡан мәлендә Архенгел районында ла бер ҡатынды төп башына ултыртҡан булған ул. 2009 йылда был ҡатын йорт һатып алырға ниәтләп, әлеге егеткә ике йөҙ мең һум аҡса биргән, ләкин торлаҡ та юҡ, аҡсаһынан да елдәр иҫкән. Риэлторҙы ул ваҡытта ҡулға ала алмағандар, егет тиҙ арала башҡа төбәккә сығып тайған. Шуға ла уға халыҡ-ара эҙләү иғлан иткәндәр. 2010 йылда егетте Киев ҡалаһында ҡулға алып, Башҡортостанға килтерәләр. Тикшереү барышында уның тағы ла бер нисә кешене алдауы асыҡлана. Тик ғәйепләнеүсе хөкөм язаһынан ҡасҡан һәм тағы ла ғәйеп булған. Быныһында инде енәйәтсе Мәскәү ҡалаһына барып төпләнгән. Ике йыл хоҡуҡ һаҡлау органдары уның эҙенә төшә алмаған. Шулай ҙа беҙ ҡапсыҡта ятмай, “ҡара риэлтор” тотолған, һәм тиҙҙән уға ҡарата хөкөм язаһы сығарыласаҡ.
Ялған аҡса эшләүселәр тотолған
Дүртөйлө районында ялған аҡса эшләүселәрҙең эҙенә төшкәндәр. Май айында ауыл магазиндарының береһендә инкассация машинаһына ялған аҡса бирелеүе асыҡланған. Әлеге хәл буйынса енәйәт эше асылған. Аҡса баҫыусылар төркөмө алты кешенән торған.
Мутлашыусыларҙың бишәүһе Дүртөйлө районынан булһа, эште ойоштороусы Украина гражданы икән. Улар ялған биш мең һумлыҡ менән башлыса ауыл магазиндарында тауар алған. Егеттәрҙе ҡулға алғанда хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре бишәр меңлек 45 купюраға юлыҡҡан. Әлеге мәлдә енәйәтселәрҙең дүртәүһе ҡулға алынған, икәүһе менән тәфтишселәр эшләй.
Тәбиғәт байлыҡтарына ҡул һонған
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Ҡырмыҫҡалы районы идаралығының иҡтисади енәйәттәр буйынса бүлеге тәбиғәт ресурстарын урлау осрағын асыҡлаған. 45 йәшлек шәхси эшҡыуар Иҫке Ҡыйышҡы ауылынан йыраҡ түгел Ағиҙел буйында ҡырсынташ табыу буйынса карьер асҡан.
Бының өсөн бер нисә экскаватор һәм эшселәр йәлеп иткән. Йылғаның ярынан уҡ ҡырсынташ сығарып, самосвалдарға тейәп оҙатҡандар. Тикшереү ваҡытында эшҡыуарҙың бының өсөн бер ниндәй ҙә рәхсәте булмауы асыҡлана. Законһыҙ юл менән ул 10 мең кубометр самаһы ҡырсынташ сығарып өлгөргән. Һөҙөмтәлә килтерелгән зыян ике миллион һумға баһаланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәбиғәт ресурстарына ҡул һоноу осраҡтары йыш була. Мәҫәлән, яңыраҡ Благовещен районында ла ҡырсынташ сығарыу карьерында законһыҙ алып барылған эшмәкәрлек туҡтатылған.
Туҡмасты кем киҫә?
Өфө ҡалаһы эргәһендәге макарон етештереүсе заводта бары тик сит ил граждандары ғына эшләүе асыҡланған. Тикшереү барышында предприятиеның мигранттар өсөн тура мәғәнәлә икенсе йортҡа әүерелеүе тураһында ла мәғлүм булған. Бында улар көндөҙ эшләгән, ә төнгөлөккә ҡуна ҡалған. Әле тәүлек әйләнәһенә мигранттарҙы ҡоллоҡта тотҡан “йүнсел” хужаларҙы яуаплылыҡҡа тарттырыу мәсьәләһе хәл ителә.
Предприятиеның бер нисә бүлмәһе ятаҡ һәм ашхана итеп ҡулайлаштырылған. Әҙер ризыҡтың да картон һауыттарҙа һаҡланыуы хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәрен шаҡ ҡатырған. Бының төрлө ауырыуҙарға сәбәп булыуы ихтимал. Күпләп туҡмас ҡырҡылһа ла, предприятиела йомортҡа йәки йомортҡа оно бөтөнләй табылмаған. Сит ил граждандары иһә миграция закондарын тупаҫ рәүештә боҙған, бының өсөн уларға икешәр мең һум күләмендә штраф ҡарала. Предприятие етәкселәре лә хөкөм язаһына тарттырыласаҡ.