“Гәзит-журналдарға яҙылдым да ул…”19.07.2013
“Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыуҙың кәмеүенең төп сәбәптәренең береһе — почтальондарҙың гәзит-журналды ваҡытында таратмауында. Мәҫәлән, үҙем менән булған ваҡиғаларҙы телгә алам. “Башҡортостан” гәзитен алдырмаған йылым юҡ. Әммә һәр яңы йыл ғауға менән башланып китә. Ғинуар айында, ғөмүмән, “Башҡортостан” ҡулыма эләкмәй. Почта бүлексәһенә барып тикшертә башлағас, унда беҙҙе хеҙмәтләндергән почтальондың көн дә гәзитте алып китеүен әйттеләр. Аҙаҡ асыҡланыуынса, почтальон ҡатын гәзиттәрҙе төргәге менән сүп контейнерына ташлап китә икән…”

Нефтекаманан Зилә Аҙнабаева ошо һәм башҡа етешһеҙлектәр хаҡында әсенеп яҙғайны. Күптән түгел беҙ Нефтекама элемтә бүлексәһенең начальник урынбаҫары Ю. М. Дәүләтгәреванан яуап алдыҡ.
“Хат буйынса тикшереү үткәрелде. Һеҙҙең барлыҡ иҫкәрмәләр иҫәпкә алынды һәм уларҙы бөтөрөү саралары күрелә. Артабан почта ташыуҙы яҡшыртыу маҡсатында почтальондар менән өҫтәмә кәңәшмә үткәрелде, яуаплы етәкселәргә ҡул аҫтында эшләүселәргә контролде көсәйтеү бурысы йөкмәтелде”, – тиелә унда.


Вернуться назад