ЯРҘАМЫН ҺӘР РАЙОНДА ТОЯЛАР19.07.2013
Быйыл “Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән Башҡортостан Республикаһы араһындағы хеҙмәттәшлек тураһындағы генераль килешеүгә ҡул ҡуйылыуға 10 йыл тула.
Әле төбәктә “Газпром” төркөмөнөң бер нисә предприятиеһы һәм партнеры эшләй. Улар иҫәбенә “Газпром трансгаз Өфө”, “Газпром межрегионгаз Өфө”, “Газ-Сервис”, “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәттәре, шулай уҡ “Газпромбанк”, “СОГАЗ” филиалдары һәм башҡалар инә. Ҙур коллектив Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә булышлыҡ итә.
— Республикала газ ҡыуҙырыуҙың ышаныслы системаһы ойошторолған. Берлектәге тырышлыҡ менән беҙ төбәк ҡулланыусыларын “зәңгәр яғыулыҡ” менән өҙлөкһөҙ тәьмин итәбеҙ, — ти “Газпром трансгаз Өфө” йәмғиәтенең генераль директоры Шамил Шәрипов.
Башҡортостанда газ ҡыуҙырыу системаһын яйға һалыу машина эшләү менән металлургиянан алып энергетика һәм ауыл хужалығына тиклем иҡтисадтың бөтә өлкәләрендә технологик алға китешкә өлгәшеү мөмкинлеген бирҙе, халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреүгә, тормош сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итте. Һуңғы йылдарҙа “Газпром” йәмғиәте республика үҫешенә ярайһы уҡ тос өлөш индерҙе. Уның ярҙамы менән һәр районда тиерлек байтаҡ етештереү һәм социаль объекттар һалынды.
Республика Президенты билдәләүенсә, “Газпром” — илдең сәнәғәти һәм социаль үҫешен тәьмин иткән Рәсәйҙәге иң мөһим компанияларҙың береһе.
— Башҡортостандың “Газпром” менән хеҙмәттәшлеге йылдам үҫә, — тине Рөстәм Хәмитов. — Был тормошта сағылыш тапмай ҡалмай: ауылдарға газ үткәрелә, яңы предприятиелар, торлаҡ биҫтәләре барлыҡҡа килә, инфраструктура үҫә.