Ямғырҙың һәр тамсыһында — Хоҙайҙың рәхмәте19.07.2013
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:

— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһи раббил-ғаләмин Үәс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә мүхәммәдән үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин.
Аллаһ Тәғәлә үҙенең рәхмәте менән яратҡан ерҙе шифалы ямғырҙарын ебәреп терелткән. Ошо хикмәтле тәбиғәт күренеше хаҡында "Ҡөрьән Кәрим"дә бик күп аят бар. "Беҙ һеҙгә һыуҙы күктән индерҙек, — тигән Аллаһ Тәғәлә. — Бер өлөшөн ерҙә һаҡлап ҡалдыҡ. Ямғырҙы туҡтатырға ла көсөбөҙҙән килә".
Нух ғәләйһис-сәләм йылдар дауамында иманға, Хоҙайҙың берлегенә саҡырғанында: "Аллаһ Тәғәләгә иман килтерегеҙ, гонаһтарығыҙҙы ярлыҡаһын өсөн уға тәүбә ҡылығыҙ. Шул ваҡытта Хоҙай күктән ямғыр ебәрер һәм һеҙҙе бала, баҡса, мал менән байытыр", — тип әйтер булған.
Ысынлап та, был тәбиғәт күренеше — ҙур хикмәттәрҙең береһе. Хатта ки ямғыр яуған ваҡытта Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: "Эй, Раббым, был ямғырҙы хәйерлегә, шифаға, бәрәкәткә генә бир", — тип айырым доға ҡылыр булған.
Һыуҙың көсөн аңлап етеү мөмкин дә түгел. Әйтәйек, ул үҙенә бөтөн мәғлүмәтте ҡабул итә. "Бисмиллаһ" әйтелһә, яҡшы уй-теләк таралһа, шифалыға әүерелә. Ә инде насар, ауыр мәғлүмәт эсендә, ярһып китеп, ташып, әллә күпме һәләкәткә килтереүе ихтимал.
Шөкөр, Башҡортостаныбыҙ йылға-күлгә, шишмәләргә ифрат бай. Әммә был тәбиғәт мөғжизәләрен мәңгелек тип әйтеп булмай. Күреүебеҙсә, һуңғы йылдарҙа һыу кәмегәндән-кәмей. Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, уны һаҡлайыҡ, исраф итмәйек. Айырыуса әле, изге Рамаҙан шәриф айында, Аллаһ Тәғәләгә тәүбә ҡылайыҡ, гонаһтарыбыҙҙың ғәфү ителеүен, шифалы ямғырҙар һорайыҡ. Уларҙың һәр тамсыһы менән ергә Хоҙайҙың рәхмәте яуа.
Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә һыуҙың ҡәҙерен белергә, бер-беребеҙгә, тәбиғәткә ҡарата изге теләктә, күркәм мөнәсәбәттә булырға насип ҡылһын. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад