Ҡайҙа ла өлгөрә19.07.2013
Етәксе вазифалағы гүзәл заттарға ғүмер баҡый ғорурланып бағам. "Улар был тиклем йөктө нисек тарта икән?" тигән һорау ҙа башымдан китмәй. Стәрлетамаҡ ҡалаһының халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплексы үҙәге директоры, әүҙем йәмәғәтсе Лилиә Атйетәрова шундайҙарҙан.
Уның үҙәкте етәкләүенә быйыл көҙ тиҫтә йыл тула. Әммә директор вазифаһы ситтән ҡарағанда ғына отошло.
— Уҡыуҙы тамамлағас, институтта эшкә ҡалдырҙылар. Педагогика һәм психология кафедраһы ассистенты, профсоюздар комитетының ирекле рәйесе булып эшләнем. Аҙаҡ партия ҡала комитетында ойоштороу бүлеге инструкторы булараҡ хеҙмәт юлын дауам иттем, — тип йәшлек хәтирәләрен һүтә әңгәмәсем. — Яҙмыш Баймаҡ, Күмертау ҡалалары буйлап та йөрөттө.
Шул йылдарҙа Лилиә Нуриман ҡыҙы, тағы ла бер юғары белем үҙләштереп, юғары категориялы психолог булып эшләргә лә, Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамларға ла өлгөрә. Ә 2003 йылда ғаилә Стәрлетамаҡҡа күсеп ҡайтҡас, комплекслы үҙәктә яҡындары иғтибарынан мәхрүм оло йәштәгеләргә, инвалидтарға, күп балалы яңғыҙ ҡатындарға ярҙам күрһәтә башлай.
Үҙәктә йәмғеһе 235 белгес эшләй. Социаль учреждениеға йылына 20 меңдән ашыу кеше ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, инвалидтар, тол инәйҙәр, тыл хеҙмәткәрҙәре, яҡлауға мохтаж булған балаларҙың һәр ҡайһыһына йөрәгеңдең бер өлөшөн бүлергә, уларҙың аһ-зарын тыңлап, күңелеңдән үткәрергә кәрәк.
Лилиә Нуриман ҡыҙының бөтә ғәмәлгә лә өлгөрөүенә аптырап ҡуям ҡайһы саҡта, сөнки ул төп хеҙмәтенән тыш әллә күпме йәмәғәтселек эше менән дә әүҙем шөғөлләнә.