Булғанды файҙалана беләйек19.07.2013
Тормош тормош инде, уның үҙ ағышы. Беҙгә, бигерәк тә Бөйөк Ватан һуғышына тиклем тыуған оло йәштәгеләргә, бөгөнгө көнкүреш шарттары ожмах кеүек тойола. Йорттар газ менән йылытыла, һыуы, бар уңайлыҡтары — өйҙә.
Пенсия ла килеп тора. Магазинда йәнең теләгән әйбер, аҙыҡ бар. Элеккеләй бер әсмуха сәй өсөн һыу буйы сиратта тороу ҙа онотолдо. Мәктәптән ҡайтып, бәләкәй сана менән утынға барыу, яҙ еткәс, серек бәрәңге йыйыу — ошолар иҫкә төшһә, йөрәк һыҡтап ҡуя. Ауылдар ҙа көндән-көн матурлана, элекке ситән ихаталар урынына береһенән-береһе буялған матур ҡоймалар ҡалҡып сыҡты. Һуңғы йылдарҙа кешеләрҙә йәшәү дәрте икенсе төҫ алды. Беҙҙә, мәҫәлән, Әхәт Латипов, тыуған төбәгенә ҡайтып, етәкселекте үҙ ҡулына алғас, халыҡ дәртләнеп донъя көтөргә тотондо, кәйефе күтәрелде. Ике ҡатлы мәҙәниәт йорто бар, урта мәктәпте матурлап, ремонт яһап ҡуйҙылар. Ауылдың ҡалҡыу урынында, тирә-яҡҡа йәм өҫтәп, мәсет тора. Бары йәшәй белергә генә кәрәк.
Проблемалар ҙа юҡ түгел. Мине бөгөн ауыл уҡытыусыһының хәле борсой. Бала һанына ҡарап эш хаҡы түләү — ҡыҙғаныс күренеш. Класта бер уҡыусы ултырһа ла, шул уҡ программа буйынса дәрес уҙғара бит ул. Эш хаҡы ла ҡаланыҡы менән сағыштырырлыҡ түгел. Ә балалар аҙ тип, ярым-йорто дәрес бирергә уҡытыусының хаҡы юҡ. Ошондай ике төрлө ҡараш ауылды бөтөрөүгә этәрә. Уйлап ҡараһаң, уҡытыусынан да бөйөк кеше юҡ бит. Кем генә булмаһын, уның ярҙамында белем алып, юғарыраҡ баҫҡысҡа күтәрелә! Уҡытыусыға булған кире ҡараш иһә биргәндең битенә төкөрөү була түгелме?
Нисек кенә булмаһын, йәштәрҙе ауылда төпләндереү мәсьәләһе лә уйландыра. Ошо тәңгәлдә уҡытыусы иңенә ҙур бурыс ята. Ә ауыл мәктәптәренә трактор, йөк машинаһы бирһәләр, отошло булыр ине, сөнки ир балалар техника менән ҡыҙыҡһыныусан була. Ошолай иткәндә, бәлки, егеттәр тыуған ерендә ҡалыр ине, минеңсә. Бөтә йәш-елкенсәк ҡалаға китеп торһа, ауыл, быҫҡып янған усаҡ кеүек, бер мәл һүнеп-һүреләсәк бит! Иң мөһиме — ең һыҙғанып эшләргә кәрәк. Минеңсә, хәҙер ауылда ла егәрле йәштәргә матур тормош ҡороу өсөн шарттар етерлек.
Ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ хөкөм һөргән ҡалала ҡоймаҡ бешереп көтөп тормайҙар бит, унда ла йәшәү рәхәт түгел. Юғары белем алып эш таба алмаған йәштәр аҙмы ни хәҙер? Киләсәк быуын ауылды ташлап китеп бөтһә, пенсия йәшендәгеләр ни эшләр? Үҙебеҙҙе үҙебеҙ хәстәрләмәһәк, кем хәстәрләр? Ер йөҙөндә Рәсәйҙән дә байыраҡ ил юҡ бит, тик файҙалана ғына белеү фарыз.