Сейә19.07.2013
Сейә — халҡыбыҙҙа ул емеш, шифалы үҫемлек кенә түгел, бик тә шағирәнә образ! Ниндәй генә шиғырҙар, йырҙар юҡ сейә тураһында.
Йырларлыҡ та шул яҙҙарын аҡ сәскәләре менән күңелде хушландырһа, бешеп еткәс, хуш еҫе, ҡабатланмаҫ тәме, байрамса йәме менән арбап тора. Ах, сейә ҡыҙыл ирендәр, тип мәжнүнләнеүҙәренә нисә быуат икән…
Сейә — дауа ла ул. Уның йәш ботаҡтарының төнәтмәһе эс китеүҙән дауалай, тамыры ашҡаҙан яраһын уңалта, ҡайырыһының ҡайнатмаһы балыҡ йә диңгеҙ әкәм-төкәме менән ағыуланғанда килешә.
Һыуыҡ тейгәндә, йүткергәндә лә, ҡыҙыусан булып китһәң дә — сейә аша! Быуындарың һыҙлаймы? Сейәне һөткә иҙ ҙә һыҙлаған урынға баҫ.
Емештәре йөрәккә көс бирә, инфаркттан ҡурсый, ҡан тамырҙарын нығыта, гемоглобинды арттыра, тәндән азотлы шлактарҙы сығара. Хәйер, сейәнең шифалы сифаттарын бәйән итеү өсөн ҡағыҙ етмәҫ.
Диҡҡәт итегеҙ — сейәнең төшөндә ағыулы синиль кислотаһы бар. Ҡайнатмаларҙа ул бөтә, әммә ҡайһы берәүҙәр сейәнән шарап ҡоя, уның менән ағыуланған осраҡтар йыш була.

Сейә билмәне
Он ике стакан, шыйыҡ май (еҫһеҙ) ике аш ҡалағы, тоҙ — 0,5 балғалаҡ, ҡайнар һыу бер стакан, сейә — 700 грамм, шәкәр.
Әҙерләнгән он өҫтөнә май, тоҙ, ҡайнар һыу һалып болғатабыҙ. Ҡул бешмәҫлек булғас, ҡамыр баҫабыҙ. 20 минут “ял иттерәбеҙ”. Шул арала сейәнең төшөн алабыҙ. Йоҡа итеп йәйелгән ҡамырҙан билмән өсөн ҡырҡылған түңәрәктәргә кәрәгенсә сейә һалып, шәкәр һибәбеҙ ҙә, ҡәҙимгесә бөгәбеҙ. Ҡайнаған һыуға төшөргәс, өс-биш минутта ул ҡалҡып та сыға – һөҙөп кенә алаһы. Табынға сейәнән сыҡҡан шәкәрле һутты һибеп бирәбеҙ.
Һарымһаҡлы сейә ашы
Шунда уҡ күп әҙерләп ташламағыҙ, башта бик ятһырата ул. Әммә бер өйрәнһәң, эҫе көндәрҙә лә ашағы килә.
Бер кешегә бер стакан иҫәбенән сейә алабыҙ ҙа төшөн таҙартабыҙ. Емеш-еләккә тимер бик тейҙермәү хәйерле инде ул, шуның өсөн ағас төйгөс йә ҡул менән иҙәбеҙ. Үҙебеҙгә оҡшағанса, самалап һарымһаҡ теше иҙеп һалабыҙ. Ашкүк (укроп — аш йәшеле тигәндән), аҡйелек (петрушка), рәйхан (базилик), кинзә (кориандр) турайбыҙ, тәменсә тоҙ өҫтәйбеҙ. Тәмләткестәрҙе үҙегеҙгә оҡшағанса өҫтәргә мөмкин. Табынға ҡаймаҡ һалып бирәбеҙ.


Вернуться назад