Ашаған белмәй, тураған белә24.12.2011
Ашаған белмәй, тураған беләБайрам ҡаршылау, айырыуса Яңы йыл байрамын, һеҙҙең өсөн анһат түгеллеген аңлайбыҙ, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар. Һәр кемдең күңеленә хуш килерлек табын әҙерләү өсөн арымай-талмай йүгерергә, фантазияғыҙҙы эшкә егергә, әллә күпме аш-һыу әҙерләү рецебын күҙ уңынан үткәрергә тура килер. Шуны иҫәпкә алып, хужабикәләр ҡолағына ҡайһы бер аш-һыу әҙерләү серҙәрен төшөрмәксебеҙ.

***
Ҡулланыр алдынан ондо иләү яҡшы. Беренсенән, онға осраҡлы рәүештә килеп эләккән сит-ят ҡушымталарҙан ҡотолорһоғоҙ, икенсенән, иләнгән, кислород менән байыҡҡан ондан бешерелгән ризыҡ ҡабарынҡы, йомшаҡ, тәмле була.
***
Ҡоро әсеткене файҙаланыр алдынан һалҡын һыуҙа 20 — 30 минут самаһы ебетегеҙ.
***
Әгәр әсеткене ҡайнар һыуҙа ебетһәгеҙ, әсетке бәшмәктәре һәләк буласаҡ һәм ҡамырығыҙ ҡабармаясаҡ.
***
Ел уйнап торған кухняла ҡамыр әҙерләү, бешереү менән булашмайҙар, сөнки ризыҡ өҫтөндә ҡаты ҡатлам барлыҡҡа килеүе мөмкин.
***
Ҡамырға тоҙ һалырға онотһағыҙ, үҙегеҙҙе әрләмәгеҙ, тоҙҙо аҙ ғына ҡайнар һыуҙа иретеп һөҙөгөҙ ҙә ҡамырға һалығыҙ, һәйбәтләп баҫығыҙ.
***
Әсе ҡамырға шәкәр һалынмаһа, бешкән ризыҡтарҙың өҫтө матур булып ҡыҙарып сыҡмаясаҡ. Әгәр ҙә шәкәрҙе саманан артыҡ өҫтәһәгеҙ, ҡамыр яй әсейәсәк, эске өлөшөнөң насар бешеүе ихтимал.
***
Ҡамырҙан бешерелгән ризыҡтарға шәкәрҙе самалап һалығыҙ. Шәрбәт ризыҡты ҡатыра.
***
Сөсө ҡамырҙы оҙаҡ баҫмағыҙ — сифаты насарая.
***
Ҡаты баҫылған ҡамырҙан әҙерләнгән ризыҡ бик аҡрын ҡабара, ә артыҡ йомшаҡ ҡамырҙан бешерелгәне йәйелә һәм көслө утта “ултыра”.
***
Йомортҡа һалынған ҡамыр ҡабарынҡы була. Әммә беҙ һеҙгә йомортҡаның һарыһын ғына өҫтәргә кәңәш итәбеҙ: был саҡта бешерелгән ризыҡтарығыҙ айырыуса йомшаҡ булыр, таралып ҡына торор.
***
Бешерергә ҡуйыр алдынан бәлеш өҫтөнә туғылған йомортҡа һөртөгөҙ, ике-өс урындан пар сыҡһын өсөн тишкеләргә онотмағыҙ.
***
Ҡамырҙы 30 — 40 минутҡа ҡуйып торһағыҙ, уны йәйеү еңелерәк булыр.
***
Әсе ҡамыр ҡулығыҙға йәбешеп йонсотмаһын өсөн аҙ ғына үҫемлек майы һөртөгөҙ.
***
Ҡамыр ризыҡтарын табала бешергәндә, майҙы ныҡ ҡыҙҙырмағыҙ. Янған май аҙыҡтың тәмен боҙа.
***
Йомортҡа ағын алюмин һауытта туғымайҙар, сөнки төҫө ҡараясаҡ.


Вернуться назад