"Йәйге" салат19.07.2013
Һөҙгөскә һалып, помидорҙарға башта ҡайнар һыу, унан һуң тиҙ генә һалҡын һыу бөркөргә. Былай эшләгәндә, помидорҙың ҡабығы еңел һыҙырыла. Таҙартылған помидорҙарҙы йоҡа киҫәктәргә, ҡабығы эрселгән алманы уртаға киҫеп, үҙәген алырға һәм йоҡа ғына телемләп турарға. Һуған менән боросто таҙартып, йыуып, йоҡа итеп туҡмас һымаҡ киҫергә. Барыһын да яҡшылап болғатып, тоҙ, шәкәр ҡомо һибергә, лимон һуты һәм үҫемлек майы һалып, тағы болғатырға.
Шулай итеп, салат әҙер, табынға ҡуйырға ғына ҡалды.
КӘРӘК:
2 помидор, уртаса ҙурлыҡтағы бер баш һуған, бер ҡыҙыл татлы борос, бер алма, өс аш ҡалағы үҫемлек майы, аҙ ғына тоҙ, ярты сәй ҡалағы шәкәр ҡомо, бер аш ҡалағы лимон һуты.


Вернуться назад