Бешкән, ләкин ҡаты еләкте энә йәки башҡа осло нәмә менән тишкеләйҙәр ҙә 70 градусҡа ҡәҙәр йылытылған һыуға 3-5 минутҡа һалалар. Аҙаҡ емештәрҙе банкаларға төшөрөп, өҫтөнә сироп ҡоялар.
Сироп өсөн 1 литр һыу, 500-700 грамм шәкәр ҡомо алына.
Стерилләү ваҡыты: 0,5 литрлы банканы — 8 минут; 1 литрлыһын — 10-12, 3 литрлыһын — 15 минут.