Алманы киҫәкләп турарға ла кәстрүлгә һалырға. Ҡыҙыл ҡарағатты таҙартып, алма өҫтөнә төшөрөргә һәм сироп ҡойорға. Шулай 10-12 сәғәткә ҡалдырырға ла аҙаҡ ҡайнатырға. Оҙаҡ һаҡларға кәрәккәндә, банкаларға һалып, стерилләргә кәңәш ителә.
*1 килограмм ҡыҙыл ҡарағат;
*1 килограмм алма;
* 2 килограмм шәкәр ҡомо;
* 1 грамм лимон кислотаһы.