Компот19.07.2013
КомпотКомпот һүҙе урыҫ теленә французсанан (соmpоtе) ингән. Ул еләк-емеш ҡатнашмаһынан яһалған эсемлекте йәки десертты аңлата.
Компот өсөн төрлө еләк-емеш алына. Яңы өҙөлгәндәре лә, туңдырылғандары ла, киптерелгәндәре лә ярай.
Компот йәшелсәнән дә әҙерләнә, мәҫәлән, ҡабаҡ, кишер һәм таш ҡабаҡтан. Төҫ биреү өсөн сөгөлдөр һуты ҡушалар. Еләк-емеш тәбиғи төҫөн һәм формаһын юғалтмаҫҡа тейеш, шуға күрә уларҙы оҙаҡ ҡайнатырға ярамай.
Һаҡлау өсөн әҙерләнгән компотты бөтөнләй ҡайнатмайҙар, ҡайнар сироп ҡоялар ҙа ҡапҡас менән ныҡ итеп ябалар.
Асыҡ, үҙенсәлекле еҫ һәм тәм биреү өсөн яңы әҙерләнгән компотҡа ҡыҙыл шарап йә бал да ҡушалар, тәмләткестәр (дәрсен (корица), ҡәнәфер, еҫле борос, ванилин) һалалар, ҡырғыстан үткәрелгән лимон ҡабығы йә рауза гөлө таждары ҡушырға ла була.
Табынға компотты һыуытылған килеш ҡуялар.


Вернуться назад