Алманың ҡабығын әрсегәс һәм үҙәген алғас, башта ике, унан дүрт киҫәккә бүлергә лә 5-6 мм ҡалынлығында арҡырыға турарға. Туралған алмалар ҡараймаһын һәм ҡайнатманың төҫө боҙолмаһын өсөн уларҙы 3-5 минут сәй содаһы һалынған ҡайнар һыуҙа тоталар.
Бер үк ваҡытта сироп та әҙерләнә: һыуға шәкәр һалып ҡайнаталар. Унан инде әҙер сиропҡа алманы төшөрәләр. Алмаға тиклем унда ҡайнар һыу менән бешекләнгән туралған сейә япраҡтары һалырға мөмкин. Уны 5-6 минут ҡайнаталар ҙа һыуыталар. Йәнә 5 минут ҡайнаталар ҙа тағы һыуыталар. Шулай бер нисә тапҡыр ҡабатлайҙар. Алма ҡайнатмаһы 15-20 минут ҡайнарға тейеш. Әҙер ҡайнатма һары гәрәбә төҫөндә, ҡуйы, алмалары таралмаған булырға тейеш.
1 килограмм алмаға 300-400 грамм һыу, 1,3-1,5 килограмм шәкәр ҡомо, 200 грамм сейә япрағы кәрәк.