(һалҡын ысул менән әҙерләү)
Ҡара ҡарағатты сүптәренән, боҙолғандарынан таҙартып, йыйып киптергәс, ит үткәргестән сығарырға, эмаль һауытҡа һалырға ла шәкәр ҡомо ҡушып, бик яҡшы итеп болғатырға.
Бындай ҡайнатманы башҡаса әҙерләргә лә була. Бының өсөн ҡарағатты шәкәр ҡомо менән бергә эмалле табаҡҡа һалып ағас туҡмаҡ менән төйәләр, унан һуң банкаларға тултырып өҫтөнә шәкәр ҡомо һалалар. Артабан өҫтөн ҡаплап, һалҡын урынға ҡуялар. Икенсе ысул менән әҙерләнгән ҡайнатмала витаминдар күберәк һаҡланып ҡала.
1 килограмм ҡара ҡарағатҡа 1,5-2 килограмм шәкәр ҡомо һалырға.